Был льготалар һәм хеҙмәттәр алыуҙы мөмкин тиклем ябай һәм уңайлы итеү маҡсатында социаль өлкәне цифрлаштырыу буйынса ҙур программала киләһе аҙым. QR-кодлы яңы электрон таныҡлыҡ ғәҙәти пластик документҡа тулы альтернатива булып тора һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта бар.
Яңылыҡтың төп уңайлылығы шунда: һанлы таныҡлыҡ алыу өсөн пенсионерҙарға бер ниндәй ҙә ғариза бирергә кәрәкмәй. Пенсионерҙар булған граждандарҙа QR-код автоматик рәүештә уларҙың Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетында барлыҡҡа килә. Пенсионер статусын алғандарға QR-код пенсия тәғәйенләнгәндән һуң 10 көн эсендә автомат рәүештә төҙөлә.
Пенсионерҙың электрон таныҡлығы ғәҙәти пластик таныҡлыҡҡа альтернатива булып тора, QR – код эйәһенә уны үҙе менән йөрөтөргә кәрәкмәй. Теләһә ҡайһы ваҡытта, кеҫә телефонынан Дәүләт хеҙмәттәренә инеп, пенсионер үҙенең статусын һәм льготаларын раҫлай ала. Ғәҙәти таныҡлыҡтан айырмалы рәүештә, QR-кодты юғалмай.
Был яңылыҡ социаль фондтың льготалы граждандар категориялары өсөн берҙәм цифрлы профилдәр булдырыу буйынса системалы эшенең бер өлөшө булып тора. QR-кодтарҙы цифрлы таныҡлыҡ сифатында индереү төрлө учреждениеларҙа льготаларға һәм хеҙмәттәргә хоҡуҡты еңел һәм тиҙ раҫларға мөмкинлек бирә, – фондта күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм реестры уңышлы эшләй, уға илдең 2,8 миллиондан ашыу ғаиләһе индерелгән. Был белешмә йыймайынса ярҙам сараларын билдәләгәндә уларҙың статусын иҫәпкә алыу ғына түгел, ә Дәүләт хеҙмәттәре аша электрон таныҡлыҡтар биреү мөмкинлеген дә бирә.
Элек бирелгән пластик пенсия таныҡлыҡтары ғәмәлдә ҡала һәм алмаштырыуҙы талап итмәй. QR-кодты ҡулланырға теләмәгәндәр, элеккесә, Рәсәй социаль фонды бүлексәһенең клиент хеҙмәтендә пенсионерҙың пластик танытмаһын ала ала.
Рәсәй Социаль фондының матбуғат хеҙмәте