Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2025, 15:50

Минењ єсәйем - донъяла иң яҡшыһы

Гәзит редакцияһы интернет селтәрҙәрендә   Әсәйҙәр көнөнә арналған “Минең әсәйем“ фотоконкурсы уҙғарҙы, уның йомғаҡтары буйынса Рузина Хәкимованыњ әсәһе Дамира Мозафар ҡыҙы Ситдиҡова  хаҡында һөйләгән хикәйәһе еңеүсе булды. Беҙ еңеүсегә әсәһе  тураһында гәзиткә хикәйә баҫтырырға вәғәҙә бирҙек.  

“Яратҡан әсәйебеҙҙең исеме Ситдиҡова Дамира Мозафар ҡыҙы. Ул Башҡортостандың тыныс мөйөшөндә – Билән ауылында тыуған һәм йәшәй. Атайым менән  өс бала – ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр, улар хәҙер үҙҙәре ныҡлы ғаилә љорѓан. Әсәйемдең иң ҙур бәхете һәм ысын хазинаһы – ике һоҡланғыс   ейәнсәре, уларҙың йылмайыуы һәм ҡосаҡлауы уның тормошон иҫ киткес сағыу һәм һөйөү менән тулылай.

Йылдар үтә, ә әсәй барыбер ҙур ғаилә өсөн яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм мөхәббәттең мәңгелек сығанағы булып ҡала. Бигерәк тә уның йөрәге туғандарына һәм  ейәнсәрҙәренә генә түгел, ә эргәләге башҡа сабыйҙарға ла асыҡ. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндә, әсәй бөтә күңелен  үҫеп килгән быуын тураһында хәстәрлеккә һала, һәр баланы һөйөү  һәм ярҙам менән уратып ала.

Беҙгә, уның балалары өсөн, әсәй – ул ата-әсәй генә түгел, ә иң яҡшы дуҫ, остаз һәм яҡлаусы. Уның кәңәше һәм ҡатнашлығынан тыш тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Беҙгә шундай көслө, аҡыллы һәм ярҙамсыл, йылылыҡ һәм тыныслыҡ диңгеҙен бүләк итә алған єсєйебеґ булыу бәхете тейҙе,” – тип яҙа уның ҡыҙы.

Байрам көнөндә  Дамира Мозафар  ҡыҙына   бағыусыбыҙ Зилә Смольникованан бүләк – бенто-торт тапшырҙыҡ. Байрамға иҫ киткес бүләк килеп сыҡты, әммә балаларҙың әсәйҙәренә һөйөүен һәм рәхмәтен белдереүҙәре тағы ла күңеллерәк. Һәр әсәй балаларынан шундай матур һүҙҙәр ишетһен.

 

Үҙ  хәбәрсебеҙ

Автор:
Читайте нас