Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2025, 11:50

Һыу менән пароблемалар бар, әммә улар хәл ителә

Бөгөнгө көндә беҙҙең районда иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе – һыу менән йыш өҙөклөктәр.

 Яңы Балаҡатай ауылында һыу менән тәьмин итеү проблемалары күптән инде айырым иғтибар талап итә. Нисек кенә булмаһын, әммә “Полигон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең  һыу үткәргестең өҙөлөүен бөтөрөү буйынса авария - тергеҙеү эштәре менән бәйле һыуҙы авария хәлендә һүндереү тураһында хәбәрҙәре кешеләрҙе көсөргәнешкә һала. Ауыл халҡы уларҙың һыу сығанағы – урындағы һыу үткәргес-ресурстарын бөтөрөү менән осраша.

Шуға ҡарамаҫтан, халыҡты һыу менән тәьмин итеү буйынса ҙур күләмдә эштәр башҡарыла.” Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль проекты, “Йәшәү  өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Яңы Балаҡатай ауылында һыу менән тәьмин итеү селтәрен реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла. Мәҫәлән, былтыр Оло Эйек йылғаһының һул ярында 14 000 метр һыу үткәргес селтәрҙәр алмаштырылған, шулай уҡ 40-тан ашыу ҡоҙоҡ һәм гидрант ҡуйылған. Быйыл Өфө ҡалаһы “Төҙөүсе “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең субподрядсы белгестәре   Оло Эйек йылғаһының уң ярындағы һыу үткәргес селтәрен реконструкциялау буйынса әүҙем эшен дауам итте.  Үткәрелгән эштәр комплексы һөҙөмтәһендә ауылдың күп урамдарында   һыу менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығы арттырыла.

Тема һыуҙың икенсе тапҡыр һүндерелеүенә тиклем бер аҙ тынып ҡала, шунан һуң социаль селтәрҙәрҙә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерє башлай.   Һүндереүҙәр нимә менән бәйле? Хакимиәт башлығының төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалығын  һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса урынбаҫары Андрей Швецов һүҙҙәренсә, үткәргес торбаны алмаштырғандан һуң да һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булыуы ихтимал, сөнки һыу үткәргесте һынау эштәре сиктәрендә етешһеҙлектәр асыҡлана. Был тәбиғи процесс. Бының сәбәптәре күп. Ҡайҙалыр ҡуйылған гидрант көйләнмәгән йәки ябылмаған, ҡайҙалыр ҡорамалдар заводтан уҡ түбән сифатлы булыуы   менән йәки бер- береһе    менән тоташтырылған урындарҙың ысҡыныуы  мөмкин. Эйе, проблемалар бар, әммә ремонт бригадаһы был етешһеҙлектәрҙе бөтөрә һәм һыу менән тәьмин итеүҙе тулыһынса тергеҙә.

А.Швецов билдәләүенсә, бөгөнгө көндә һыу үткәргес селтәренең бер өлөшө генә алмаштырылған. Әммә әлегә эштәр тамамланмаған, һәм яңы система әле файҙаланыуға тапшырылмаған, һыу менән өҙөклөктәр булыуы ихтимал. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡулланыусылар һәм һыу менән проблемабыҙ булмауын теләйбеҙ, әммә түҙергә һәм был планлы һәм оҙайлы эш икәнен аңларға кәрәк.

Әйтергә кәрәк, ағымдағы ремонтты һәм иҫке һыу үткәргес системаһындағы өҙөклөктәрҙе бөтөрөүҙе «Полигон» яуаплылығы  сикләнгән йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы үткәрә.  Слесарҙар торлаҡ объектта канализация һәм һыу үткәргес монтажлаған ергә барып, экскаватор ҡаҙыған балсыҡлы тупраҡҡа аяҡ баҫҡас  уҡ, был эштең еңел түгеллеген     аңланыҡ. Улар уңайлылыҡ   тураһында һүҙ алып барыу мөмкин булмаған шарттарҙа эшләй.

Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтә кәрәкле эштәрҙе профессиональ һәм яҡшы итеп слесарь-водитель Андрей Мохирев, слесарь-тракторсы Иван Мякишков, һәм слесарь-водитель Венер Фәсхетдинов башҡара. Бының менән ризалашмау мөмкин түгел, сөнки коммуналь авариялар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, була, һәм бында слесарҙарһыҙ булмай.

Лира Архипова,

автор  фотоһы

Автор:
Читайте нас