Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2025, 11:35

Йәш рәссамдар ижад итергә өйрәнә

Һынлы сәнғәт боронғо замандарҙан алып иң иҫ киткес сәнғәт төрҙәренең береһе. Бөгөн беҙ был ғәжәйеп ижад донъяһына күсәсәкбеҙ, унда ябай ҡағыҙ әкиәткә әүерелә, ә формаһыҙ балсыҡ йәнләнә. Беҙ район Пионерҙар Һәм уҡыусылар йортоноң атамаһынан уҡ билдәле булған  “Буяуҙар” изостудияһына  барабыҙ.  

Әгәр һеҙ, һүрәт төшөрөү һәм һылап яһау – ул шөғөл генә, тип уйлайһығыҙ икән,   бик ныҡ яңылышаһығыҙ. Бында ысын тылсым урыны! Гуаш һәм йылы балсыҡ еҫтәре менән тулы был уңайлы студия стеналарында һәр бала үҙ-үҙен   таба. Ижади юлын яңы ғына башлаған йәш рәссамдар һәм скульпторҙар бында ҡулдарына буяу бумалаһы йәки балсыҡ киҫәге алыу өсөн генә түгел, ә күберәк белем, илһам һәм үҙ көсөнә ышаныс алыу өсөн килә.

Өҫтәмә белем биреү педагогы Юлиә Ғарипова етәкселегендә балалар һынлы сәнғәт нигеҙҙәрен үҙләштерә. Ул һәр, хатта иң оялсан уҡыусыла ла талант ялҡынын күрә ала. Юлиә Фәнис ҡыҙы техниканы өйрәтеп кенә ҡалмай ул донъяға икенсе төрлө ҡараш  аса, матурлыҡты көндәлек тормошта күрергә, форманы һәм төҫтө тойорға, үҙенең эмоцияларын киндерҙә йәки күләмдә белдерергә өйрәтә. Бында  йөрөгән  балалар бер көн дә ҡалдырмай шөғөлләнә. Мєѕєлєн Олеся Мартемьянованыњ  һүрәттәре бик матур һәм мәғәнәле. Малайҙар Данил Седухин һәм Павел Патраков балсыҡ оҫталары. Уларҙың ҡулдарында балсыҡ терелә,  мультфильмдан бик матур персонаждарға әйләнә.

Иң мөһиме – яңы нәмәләр эшләгәндә күҙҙәренең яҡтырыуын күреү. Баланың ниндәй әҙерлек кимәле булыуына ҡарамаҫтан, уның ижад итергә теләүе мөһим. Беҙ бында һүрәт төшөрөп кенә ҡалмайбыҙ, фантазияны, ваҡ моториканы үҫтерәбеҙ, тырышлыҡҡа  өйрәнәбеҙ һәм ябай идеянан әҫәрҙең нисек барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ.

Балалар эксперименттарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәнә, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерә һәм тормоштоң төрлө өлкәләрендә кәрәкле ҡиммәтле күнекмәләргә эйә була.

Әгәр һеҙҙең йөрәгегеҙҙә матурлыҡҡа ынтылыш йәшәй икән, әгәр һеҙ һүрәт төшөрөргә, форма тойорға һәм үҙ ҡулдарығыҙ менән нимәлер эшләргә өйрәнергә хыялланаһығыҙ икән, “Буяу” изостудияһы һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтә! Һүрәт төшөрөргә һәм һылап эшләргә өйрәнергә теләгән һәр кемде “Буяуҙар” түңәрәгенә саҡырабыҙ. Бында һеҙ яңы белем һәм оҫталыҡ ҡына түгел, ә дуҫтар, ижади илһам һәм шатлыҡ та табырһығыҙ, тип ышанабыҙ!

Фирүзә Вәлиева,

Пионерҙар hәм уҡыусылар йорто директоры

Автор:
Читайте нас