Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2025, 16:30

Әсәйҙәр байрамы гөрләп үтте

Йыл һайын ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә.

Әсәйҙәр байрамы гөрләп үтте
Әсәйҙәр байрамы гөрләп үтте

 Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе ул – әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

       Ошо күркәм байрамға айҡанлы Түбәнге Үтәш урта мәктәбендә  "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!" исемле  сара үтте. Ярышта береһенән-береһе дәртле, уңған, тырыш, батыр әсәйҙәр ҡатнаштылар. Улар был сәмле ярыш барышында төрлө конкурстарҙа үҙҙәренең һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Танышыу, концерт номеры, "Тәмлекәс","Театр" кеүек конкурстар барыһына ла оҡшаны. Тасуири итеп шиғыр ҙа ятланылар, һүрәт тә төшөрҙөләр, йырланылар, бейенеләр, аш-һыуға ла оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Балалар әсәләренең ошондай һоҡланғыс таланттарына ҡыуанып, ғорурланып ҡарап ултырҙылар. Һуңынан улар әсәләрен  ҡотлап  йырҙар йырланылар, ә шиғырҙары инде йөрәккә үтеп инде.

       Сәбирйәнова Светлана абсолют еңеүсе “Йыл әсәһе “ тип табылһа, Зәйнуллина Фәимә «Иң күңелле әсәй» , Латыпова Гөлгөнә “Иң харизматик әсәй”, Шәрәфутдинова Гөлфирә “Иң ижади әсәй” , Кучина Зөһрә “Иң яғымлы әсәй” номинацияһында еңеүселәр булдылар.

 Байрам күңелле сәй эсеү менән тамамланды. Ҡыҙыҡлы үткән саранан һәммәһе лә бик ҡәнәғәт таралышты.

 Ҡәҙерле әсәйҙәр! Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым һәм һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡ, оҙон ғүмер, гел шулай изгелекле булып ҡалыуығыҙҙы теләп ҡалам!

Директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Хөснөтдинова Л.Р. Түбәнге Үтәш урта мәктәбе

Автор:
Читайте нас