Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2025, 15:10

Әсәй-иң мөһим кеше

Әҙәби-танып белеү уйынына класс етәксеһе Л.Нєжметдинова менән бергә Яңыбай ауылы мәктәбе уҡыусылары ауыл китапханаһына йыйылды, унда балалар ғәжәп  кеше, талантлы балалар яҙыусыһы Николай Николаевич Носовтың ижады менән танышты.

1908 йылдың 23 ноябрендә Киев ҡалаһында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Николай Носов кирбес заводында эшләй. Һуңынан Мәскәүҙә, кинематография институтында уҡый. Яҙыусы булыу тураһында   хыялланмай. Улы үҫкән һайын, яңы әкиәттәр һорай. Һәм бына ул уның өсөн бөтәһе лә яратҡан ҡыҙыҡлы хикәйәләр ижад итә башлай.

Николай Носов балаларҙың һәр беребеҙ менән була алған  бик күп ҡыҙыҡлы хикәйәләрен яҙа. Төп геройы булып һәр ваҡыт малай сығыш яһай, уның исеменән йыш ҡына хикәйә алып барыла. Әҫәрҙәрендә буталсыҡ  интрига, ҡатмарлы серҙәр, ғәҙәти булмаған мажаралар юҡ. Мәҫәлән, “Огурцы”, “Фантазёры”, “Тук-тук, тук”, “На горке”, “Заплатка” һәм башҡа хикәйәләрендә беҙҙе намыҫлылыҡ, иптәшлек тойғоһо һәм хеҙмәткә ихтирам йәлеп итә. “Федина задача” хикәйәһендәге кеүек радионы ҡабыҙып, дәрестәргә әҙерләнергә ярамай.  Балалар    наҙан һәм ялҡау Незнайка-Маҡтансыҡ    малайҙың     әкиәттәге бөтә бәләләр һәм тетрәнеүҙәр аша үтеп, дуҫлыҡ тойғоһо кисергәндән һуң ғына,   төҙәлергә, әҙәпле булырға, уҡый башлаясағы  тураһында һөйләне.

Балалар үҙҙәренең генә түгел, ә ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең дә бала сағын Н. Носов әҫәрҙәренән башҡа күҙ алдына ла килтермәгәнен белде. Был әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөп, балалар уйындар, викториналар уйнай, пазлдар  йыйҙы: “Был өҙөк ҡайһы хикәйәнән алынған?”, “Кем кемгә һөйләй?”, “Хикәйәнең исемен уйла?”, “Йомаҡтарҙы, Носов хикәйәләренең исемдәрен табырға?”...

Николай Носовтың хикәйәләре төрлө йәштәге кешеләрҙе  бергә йыя.

 

 Нуриза Нәжметдинова, Яңыбай ауыл моделле китапханаһы китапханасыһы

Автор:
Читайте нас