Ул Түбәнге Үтәш ауылында йәшәй һәм эшләй. Тормош иптәше Владик Миңлейәр улы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр: өлкән ҡыҙы Зарина Һатҡы медицина колледжының беренсе курсында уҡый, улдары Вильдан һигеҙенсе, Камила етенсе, ә кесеһе Юлиана икенсе класта уҡый. Кесе ҡыҙҙары бейеү менән мауыға, ә улдары волейбол менән шөғөлләнә. Ире магазинда һаҡсы булып эшләй.
Зилә Ҡорбанғәли ҡыҙы урындағы ауыл магазинында һатыусы. Ул бында сағыштырмаса күптән түгел, бер нисә ай ғына эшләй, быға тиклем дауаханала эшләне. Эштән һәм өйҙәге мәшәҡәттәрҙән буш ваҡытта Зилә бәйләү һәм аш-һыу әҙерләү менән мауыға, яҡындарын тәмле ризыҡтар менән ҡыуандыра. Йомағоловтар бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән дуҫ ғаилә. Буш ваҡыттарында улар бөтә ғаилә менән йыйылып, бер-береһе менән аралашырға һәм үҙҙәренең уңыштары һәм яңы тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ярата.
“Әсәй – тормошобоҙҙағы иң мөһим кеше. Ул изгелек, хәстәрлек һәм аҡылдың кәүҙәләнеше. Уның йылмайыуы иң ҡараңғы көндө яҡтырта ала, ә ярҙамы теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Кәңәшкә йәки йыуанысҡа мохтаж булған саҡта єсәйем һәр ваҡыт эргәлә. Уның сабырлығы сикһеҙ, һәм ул ғаиләбеҙҙең һәр ағзаһын ањлай белә, өйҙә йылы һәм уңайлы мөхит булдыра. Уның тырышлығы арҡаһында беҙҙең йорт һәр ваҡыт һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыу менән тулы. Ул ысын өлгө булып тора: эшһөйәр, ярҙамсыл һәм тышҡы яҡтан да, эске яҡтан да иҫ киткес матур. Әсәйем йомшаҡ һәм ҡаты холоҡло була белә, был уны бер үк ваҡытта нескә һәм көслө итә. Беҙ әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның беҙҙең өсөн эшләгән бөтә эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Уның мөхәббәте һәм хәстәрлеге – беҙҙең тормошобоҙҙағы иң ҡиммәтле нәмә. Әсәйе-беҙҙе байрам – Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һәр көнөбөҙ яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм йыл-майыуҙар менән тулы булыуын теләйбеҙ. Сәләмәтлеге ныҡ , хыялдары тормошҡа ашһын, ә йөрәге бер ҡасан да ҡайғы белмәһен. Рәхмәт, һин беҙҙең менән! Беҙ һине донъялағы бөтә нәмәнән дә нығыраҡ яратабыҙ!” – ти уның ҡыҙы Зарина.
Һәр әсә өсөн был һүҙҙәр – баһалап бөткөһөҙ бүләк, сөнки балаларҙың мөхәббәте һәм рәхмәте – йөрәкте йылытҡан һәм тормошто мәғәнә менән тултырған иң ҡиммәтле бүләк.
‡ґ хєбєрсебеґ