Юристың ғәҙеллек системаһындағы эше иң әһәмиәтле һәм абруйлы. Әйткәндәй, быйыл яңы байрам – Суд хеҙмәткәрҙәре көнө (5 ноябрь) булдырылды, бөтә коллегаларымды, һәм, иң элек, Балаҡатай районы буйынса мировой судья аппараты хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайым.
Суд участкаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре туранан-тура мировой судья аппаратының көйләнгән эшенә бәйле. Әйткәндәй, 2001 йылда беренсе мировой судья итеп Рәмилә Сәмиғулла ҡыҙы Рәхмәтова һайлана. Юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөгөнгө көндә мировой судья аппараты суд эшмәкәрлеген һәм ғәҙеллекте тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, унда йыл һайын 3000-дән ашыу гражданлыҡ эше, 700-гә яҡын административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш, шулай уҡ бер нисә тиҫтә енәйәт эше ҡарала. Граждандар эштәренең үҫешенең төп сәбәбе – халыҡтың кредитља батыуы, ә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың төп сәбәбе – алкоголде артыҡ ҡулланыу.
Балаҡатай районы буйынса суд участкаһында мировой судья аппараты хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүенә һәм фиҙаљәрлегенә күп осраҡта бөтә граждандарҙың һәм уларҙың берләшмәләренең, шул иҫәптән предприятиеларҙың һәм учреждениеларҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм азатлыҡтарын яҡлау бәйле.
Бына инде 20 йылдан ашыу Балаҡатай районы буйынса суд участкаһында суд ултырышы секретары вазифаһын тәжрибәле хеҙмәткәр Гөлсәсәк Ғәлләмова биләй. Камил хеҙмәте өсөн ул БР Хөкүмәтенең һәм БР юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетының Маҡтау грамоталары менән наградланды. Мировой судья ярҙамсыһы вазифаһын яуаплы һәм юғары квалификациялы белгес Рәфилә Хорамшина биләй. Ярҙамсының аныҡ эше бөтә коллективтың эшен күпкә еңеләйтә. Мировой судья канцелярияһы мөдире вазифаһын икенсе йыл юғары юридик белемле белгес Валентина Останина алып бара. Уның ҙур күләмле эше коллектив ярҙамы һәм судья ярҙамсыһының остазлығы арҡаһында уңышлы башҡарыла.
Барлыҡ ветерандарҙы һәм юридик өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ юғары квалификация, белем һәм яуаплылыҡ талап итә. Көн һайын һеҙ законлылыҡты, хоҡуҡ өҫтөнлөгөн яҡлайһығыҙ, ауыр тормош шарттарында кешеләргә ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең профессионаллегегеҙ, намыҫлылығығыҙ һәм ғәҙеллегегеҙ барыһы өсөн дә өлгө булһын. Компетентлығығыҙ, сыҙамлығығыҙ, әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙ һәм халыҡтың өмөттәренә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Ришат Ханнанов, Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы.