2022 йылдың май айынан махсус операцияла љатнашыусы 38 йәшлек Урғалы егете, хәрби хәрәкәттәр ветераны, «Хөсәйен» позывнойлы сапер-пулеметсы Салауат Сәмситтин улы Хөсәйенов хєрби бурысын башҡара. Бәләкәй ватаны, районы һәм Башҡортостаны тураһында уйланып, физик яҡтан ныҡ һәм әхлаҡи яҡтан әҙер ир үҙ теләге менән фронтҡа китә. 2008-2009 йылдарҙа “Адмирал Трибуц” карабында хәрби хеҙмәт үтә. Махсус операцияға тиклем яҡташыбыҙ Надым ҡалаһының “Газпром Трансгаз Югорск” яуаплылығы сикләнгән магистраль газ үткәргестәренең линия-производство идаралығында 4-се разрядлы слесарь-ремонтсы булып эшләй. Параллель рәүештә ул Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Бер үк ваҡытта Надымдың линия-производство идаралығында йәштәр комитеты рәйесе була. Нефть-газ тармағында уның хеҙмәт стажы 14 йыл тәшкил итә.
Беҙҙең яугир менән һөйләшеүебеҙ телефон аша үтте. Аралашыусан кеше булараҡ, ул беҙҙең аралашыуыбыҙға шатланды һәм иғтибарыбыҙ өсөн рәхмәт әйтте. Был һөйләшеү генә түгел, ә хәрби ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың тарихын белеү мөмкинлеге лә булды.
“РФ президенты Владимир Путиндың сығышын телевизорҙан ишеткәс, хәрби хәрәкәттәр зонаһына үҙ теләгем менән барҙым. Ул ваҡытта миндә патриотизм һәм ябай ҡыҙыҡһыныу тойғоһо көсәйҙе, є үлем тураһында уйламаным да. Был 2022 йылдың апрель айы булды. Шулай килеп сыҡты, аҙна уртаһында минең ял көнөм ине, һәм мин Надым ҡалаһында хәрби комиссариат эргәһенән үттем. Инеп, иң тәүҙә мин, өлкән матрос Хөсәйенов, алѓы hыґыљтаѓы егеттәргә нимә менән ярҙам итә алам, тип һорарға ҡарар иттем? Ҡоралды ҡулымда ике тапҡыр ғына тотҡаным бар – беренсеһе ант биргәндә, икенсеһе – алты патронды күнекмәләрҙә атып ҡараным. Бына минең бөтә хәрби тәжрибәм. Хәрби комиссар миңә хәлдең ысынлап та ауыр булыуын, хатта боекомплект менән йәшниктәрҙе лә ташырға кешеләр кәрәклеген аңлатты. Ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң ике айға контракт төҙөнөм. Май айында мин Рубежный янындағы фронтта инем.
“БАРС-14” подразделениеһы составында орудие минометсыһы вазифаһына тәғәйенләндем. Алғы hыґыљља беҙ төркөмдәрҙә йөрөнөк. Әлбиттә, ауыр булды, ашаманыҡ, йоҡламаныҡ, асыҡ һауала йоҡланыҡ, әммә барыбер яҡшы эшләнек. “Град” залп уты системаһының бер ҡоролмаһын, 15 берәмек БТР һәм БМП техникаһын һәм 200-гә яҡын дошмандың тере көсөн юҡ иттек. Һуңынан беҙҙе Харьков өлкәһенең Изюм ҡалаһы эргәһенә күсерҙеләр, беҙ уны һаҡланыҡ. Пехотасы булараҡ мин өс тапҡыр Красное поле ауылын штурмлауҙа ҡатнаштым. Хәрби бурыстарҙы үтәүе ауыр, ә иң љурљынысы – иптәштәребеҙҙе юғалтыу.
Был минең беренсе командировкам ине, был турала тик атайым, һеңлем һәм ағайҙарым ғына белде. Әсәйемә һөйләмәнек, борсолоуын теләмәнек. Өйгә ҡайтҡас иң тәүҙә әсәйем янына килдем, ул минең турала шунда ғына белде. Әлбиттә, ул саҡта әсәйебеҙ бер ни ҙә әйтмәгәнебеҙ өсөн барыбыҙҙы ла шелтәләне. Икенсе тапҡыр махсус операцияға киткәндә бөтә туғандарым өйҙә ҡалырға өгөтләне, әммә был файҙаһыҙ ине. Ул саҡта мин барыһын да үҙем өсөн хәл иттем, әммә ул саҡта юғалтырға бер нәмәм дә юҡ ине, бәлки кире ҡайта алмаҫымды ла аңланым.
2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация башланды. Мин үҙем хәрби комиссариатҡа саҡырыу ҡағыҙы алырға килдем. Уҡыу-күнекмәләрҙән һуң туҡһа-нынсы сапер батальонына сапер-пулеметсы итеп тәғәйенләндем һәм бына мин «таҫма артында» дүртенсе йыл инде. Эйе, яугирҙың еңел булмаған яҙмышы, әммә ул көс таба, ул көс бөтә нәмәлә лә йәшеренгән – Тыуған илдә, туғандарыңда, яҡындарыңда һәм яратҡан кешеләреңде һөйөүҙә. Ғөмүмән, көс хәҡиҡәттә һәм башҡорт рухында. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Францияла, Берлинда булған, ә мин Киевҡа барып етмәйәсәкменме? Нисек кенә булмаһын, мин Урғалым, туғандарым һәм Башҡортостаным өсөн көрәшәм. Ҡайһы берҙә бәләкәй тыуѓан илемдењ урмандарын бик ныҡ һағынам. Бала саҡтан унда малайҙар менән урмандар һәм баҫыуҙар буйлап йүгерҙек. Мин һәр тау итәген, йылғаны, еләк һәм дарыу үләндәре үҫкән урынды беләм. Ниндәй матур бала саҡ булды! Ауыр алыштарҙа, барыһы ла килеп сыҡмаған осраҡта, мин алты йәшлек улым Вадимды, яратҡан ҡатыным Людмиланы иҫкә төшөрҙөм, уның менән мин мобилизация осоронда уҡыған саҡта таныштым. Ул – йәшәргә, алға барырға, бөтә борсолоуҙарҙы һәм бәлә-ҡазаларҙы кисерергә ярҙам иткән яҡтылыҡ нурҙары кеүек. Мөхәббәт! Бына нимә мөғжизәләр тыуҙыра. Бына инде дүртенсе йыл, беҙ уның менән «онлайн» режимында йәшәйбеҙ. Осрашыуҙар ҡыҫҡа ваҡытлы булһа ла, улар йәшәү менән тулы! Бөтә ҡурҡыныстарға ҡарамаҫтан һәм минең өгөтләүҙәремде тыңламайынса, уның хәрби хәрәкәттәр зонаһына тәүге килеүе 2023 йылда булды. Был өс көндө беҙ һуғыштан емерелеп бөткән Мариуполдә бергә үткәрҙек. Шулай йәшәйбеҙ, ҙур ѓаилє тураhында хыялланабыґ. Декабрҙә Сочиҙа туй ‰ткєрергє йыйынабыґ, ә бына бергә йәшәү урыны әлегә билдәләнмәгән.
Үҙемдән шуны әйтергә теләйем: һуғыш – ул яуызлыҡ. Уның эргәңдән үтеп китеүе тураһында уйларға кәрәкмәй. Теге йәки был осраҡта ул һәр беребеҙгә тейәсәк. Беҙгә бары тик һайлау ғына ҡала: беҙ үҙ бәхетебеҙ өсөн көрәшәсәкбеҙме йәки бойһонасаҡбыҙмы. Әлбиттә, һәр беребеҙҙең һайлау мөмкинлеге бар, әммә был осраҡта ла һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк һәм кеше генә түгел, ә ҙур хәрефтән кеше булып ҡалырға кәрәк. Сөнки нимәнеңдер иң ситендә торғанда ғына һин ниндәй кеше икәнеңде ысын мәғәнәһендә аңлайһың, һәм практика күрһәтеүенсә, күптәре-беҙ тик тышҡы күренеш кенә яһай. Ә бер аҙ тәрәнерәк ҡаҙһаң, ул шунда уҡ күренә, был кеше түгел, ә шулай, бушлыҡ. Һуғышта барыһы ла шул тиклем шыма һәм татлы түгел, әммә бер нәмәгә ҡарамаҫтан, беҙ барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙҙы бик яратҡан һәм уны яҡлаған патриоттар, шуға күрә Рәсәй тыныс йоҡлай ала. Ошо йылдар эсендә 150-нән ашыу хәрби бурыс үтәнем, улар барыhы ла ѓ‰мер µсµн хє‰ефле. Әсәйемә рәхмәт, көн һайын минең өсөн доға ҡыла. Беҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ, алға барабыҙ, сµнки ‰ґебеґ шундай љарар љабул иткєнбеґ. Халыҡ әйтеүенсә, ”Назвался груздем – полезай в кузов”, – тип тамамлай хикәйәһен геройыбыҙ.
Хәрби бәйләнеш һыҙығы янында урынлашҡанлыҡтан, Любимовка ауылы халҡы электрһыҙ ҡала һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән бөтөнләй мәхрүм була. Хеҙмәттәштәре менән бергә “Хөсәйен” ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 鵴㺠яљын кеше өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Шулай уҡ беҙҙең герой ярҙамға мохтаж балаларға мәрхәмәтле һәм һиҙгер мөнәсәбәт, яңы йыл шыршыһы рәүешендә хәйриә ярҙамы күрһәтте.
Запорожье өлкәһе һәм Донецк халыҡ республикаһы халҡы тормошоноң иң ауыр осорҙарына индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө, халыҡҡа ярҙам күрһәткәне, юғары шәхси һәм гражданлыҡ яуаплылығы өсөн яҡташыбыҙ етєкселек тарафынан бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бынан тыш, күрһәткән фиҙаљәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы, юғары профессионализмы өсөн «Хөсәйен» «За разминирование» миҙалына лайыҡ булды.
РФ Оборона министрлыѓы менєн контракт тµґµргє телєгєн гражданда𠉴ґєрен љыґыљhындырѓан hорауґарґы ситуация ‰ґєгенењ 122 йє иhє 8(347) 218-19-19 телефондары аша бирє, шулай уљ Минењ документтарым к‰п функциялы ‰ґєк офистарына мµрєжєѓєт итє ала. Һайлап алыу пунктыныњ телефоны 8(347) 248-29-31. Балаљатай районында хєрби комиссариат б‰лексєhе: Яњы Балаљатай ауылы, Мєктєп урамы, 16, тел. 8(34750) 2-16-63; Балаљатай районында контрактља йыйыу буйынса вєкил - 89965791040.
Лира Архипова