Сафина Гөлсибәр Абдулла ҡыҙы Ҡарлыхан ауылындағы «Әкиәт» балалар баҡсаһында педагог-психолог булып эшләй. Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт стажы – 24 йыл.
Бөрө дәүләт педагогия институтының “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы. Педагог-психолог” бүлеген тамамлағандан һуң Балаҡатай коррекцион мәктәп-интернатына педагог-психолог вазифаһына ҡабул ителә. Хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда ул шулай уҡ Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатында тәрбиәсе, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ун йыл самаһы ата-әсәләре менән балалар өсөн булған Мәсетле шифаханаһында тәрбиәсе булып эшләгєн.
2020 йылдан Гөлсибәр Абдулла ҡыҙы Ҡарлыхан ауылында «Әкиәт» балалар баҡсаһы мөдире, педагог-психолог булып эшләй. Әйтергә кәрәк, белгес «Әкиәт» балалар баҡсаһында ғына түгел, ә Ямаш ауылындағы «Тополёк» һәм Түбәнге Искуш ауылындағы «Берёзка» балалар баҡсалары филиалдарында ла психологик- педагогик ярҙам күрһәтә. Уның эшмәкәрлегенә ата-әсәләргә, педагогтарға консультация биреү, сәлємәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү (диагностика, коррекция-үҫтереү дәрестәре) инә, шулай уҡ ул психологик-педагогик консилиум ойоштора, Мәсәғүт ауылында урынлашҡан психологик-медик-педагогик комиссияға балаларҙы ебәреү өсөн психологик-педагогик характеристикалар төҙөүҙә алдынғы белгес булып тора. Психолог буласаҡ беренсе класс уҡыусылары менән уҡыу эшмәкәрлегенә, мәктәпкә ыңғай мөнәсәбәт, уҡыу мотивацияһы һәм аралашыу күнекмәләрен формалаштырыуға йүнәлтелгән дәрестәргә айырыуса иғтибар бүлә.
Балаларҙың аралашыуҙа ҡыҙыҡһыныуы, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре психолог һөнәренә ихтыяж булыуын күрһәтә һәм артабанғы ижади эшмәкәрлегенә өҫтәмә стимул бирә.
Балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Гөлсибәр Абдулла ҡыҙы Сафина Балаҡатай район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән наградланған.
Лира Архипова