Был күрһәткестәр буйынса социаль пособиелар иҫәпләнә.
2026 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 16 856 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 18 373 һум, балалар өсөн –16 350 һум, пенсионерҙар өсөн – 14 496 һум тәшкил итәсәк.
Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, пенсионерҙар тупланма пенсия суммаһын бер юлы ала аламы-юҡмы, уға бәйле. Ағымдағы йылда йән башына республика йәшәү минимумы 15 782 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 17 202 һум, балалар өсөн – 15 309 һум, пенсионерҙар өсөн-13 573 һум тәшкил итә.
Башинформ мәғлүмәттєре буйынса