Бөгөн беҙ таланты һәм тәжрибәһе менән меңәрләгән бейеүселәрҙе илһамландырыусы яҡташыбыҙ – Сочи ҡалаһы «Карнавал» бейеү театры мәктәбе етәксеһе, юғары категориялы педагог һәм Рәсәй бейеү спорты федерацияһы судьяһы Гөлнара Дамир ҡыҙы Хафизова хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.
Гөлнара Дамир ҡыҙы педагогтар Рәйфә һәм Дамир Хафизовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда бейеү менән мауыға, башта мәктәптәге сараларҙа, һуңынан район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Бер концерт та Гөлнара Хафизованың бейеү номерҙарынан башҡа үтмәй. Балалар өсөн бейеү түңәрәктәрен алып бара.
Мәктәптән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә, унда яратҡан эше менән шөғөлләнеүен дауам итә. Артабан Башҡорт дәүләт университеты. Әммә башта, училищены уңышлы тамамлағас, Гөлнара Дәүләкән районында эшләй. Эстрада-спорт бейеүҙәре студияһында балаларҙы хореографияға өйрәтә. Йәш бейеүселәр конкурстарҙа призлы урындар яулап, уңыштарға өлгәшә. Һуңынан Мәләүез ҡалаһында эшләй, сит ҡалала барыһын да яңынан башларға тура килә. Әммә бында ла ул һынатмай.
Артабан тормош юлдары Гөлнара Дамир ҡыҙын Санкт-Петербургҡа илтә, унда 10 йыл йәшәй, бейеү менән әүҙем шөғөлләнә. Хәҙер ул Сочиҙа. «Карнавал бейеү театры» берекмәһе етәксеһе һәм спорт-бал бейеүҙәре буйынса Рәсәй бейеү спорты судьяһы-тренеры булып тора.
Күптән түгел Гөлнара Хафизова тыуған яғына, бәләкәй ватанына ҡайтты. Хатта әсәһе эргәһендә ҡунаҡта саҡта ла ул Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға өлгөрҙө. 10 көн дауамында бейеү яратыусылар ошо сәнғәт нигеҙҙәрен һәм серҙәрен өйрәнде.
“Бейеү – минең тормошом. Яҡташтарым өсөн нимәлер эшләй алыуыма бик шатмын. Бында иң изге күңелле һәм талантлы кешеләр йәшәй. Районда бер кемдең дә бал бейеүҙәре менән шөғөлләнмәүе үкенесле, әммә ҡасандыр ошо йүнәлеш барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәм. Мин үҙемдең оҫталыҡ дәрестәрем менән был етешһеҙлекте ҡапларға тырыштым”, – ти Гөлнара Дамир ҡыҙы.
Елена Усольцева