Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2025, 12:30

Азат Зөлҡәрнәев: «Әгәр нисек эш итергә белмәһәң, закон буйынса эш ит!»

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, райондың ҡыҙыҡлы кешеләренә арналған «Блиц-һорау алыу» рубрикаһы дауам итә. Бөгөн Балаҡатай районы прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Азат Сабир улы Зөлҡәрнәевтың беҙҙең  һорауҙарға яуаптарын баҫтырабыҙ.  

 

 – Йәшегеҙ? 46 йәш.

 – Һеҙҙең бәләкәй ватанығыҙ? Йылайыр районы.

 – Ғаилә хәлегеҙ? Өйләнгәнмен. Ҡыҙ һәм ул (студент) тәрбиәләйбеҙ.

 – Белемегеҙ. Юғары юридик.

– Прокуратураға юлығыҙ ниндәй булды? Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң шунда уҡ тиерлек. 2001 йылда республика прокуратураһы органдарында хеҙмәт итә башланым. Студент сағымда резервта торҙом.

 – Хеҙмәт юлығыҙ? Күмертау ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы булараҡ  башланым, һуңынан Йылайыр районы прокуроры ярҙамсыһы һәм прокурор урынбаҫары булып эшләнем. Артабан Башҡортостан прокуроры ярҙамсыһы һәм уның БР холоҡ төҙәтеү учреждениеларында закондарҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса урынбаҫары, Яңауыл районы прокуроры вазифаларын биләнем.

– Беҙҙең районда был вазифала күпме эшләйһегеҙ? 2022 йылдың авгусынан.

– Яңы вазифаға килгәс, ҡул аҫтындағыларға  нимәләр  әйттегеҙ? Ниндәй коллективта эшләргә тура килһә лә, беҙҙең бурыстарыбыҙ бер үк – закондарҙың үтәлешен күҙәтеү, граждандарҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау. Быға берҙәм, татыу коллектив һәм тулы фиҙаҡәрлек булғанда ғына өлгәшергә мөмкин.

– Эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтығыҙ? Прокуратура органдары алдында торған бурыстарҙың киң  даирәһен иҫәпкә алғанда, һәр ваҡыт билдәле бер ҡатмарлыҡтар тыуа. Уларҙың барыһы ла хәл итерлек, әммә бының өсөн йыш ҡына ваҡыт етмәй. Шул уҡ ваҡытта, ғаиләгә һәм яҡындарға иғтибар бүлергә тырышып, балансты һаҡлау мөһим.

– Идеаль прокурорҙың бер нисә сифатын әйтегеҙ. Намыҫлылыҡ, принципиаллек, ғәҙеллек, кешелеклелек һәм тыңлай белеү.

– Ниндәй өлкәлә иң күп тикшереүҙәр  үткәрергә тура килә? Был ағымдағы хәлгә һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙең көнүҙәклегенә бәйле. Әммә йылдан-йыл граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауға, һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм милли проекттарға ҙур иғтибар бүлергә тура килә.

– Эштән һуң нисек ял итәһегеҙ? Мин мөхитте үҙгәртергә, тәбиғәткә сығырға тырышам, әммә был бик һирәк мөмкин була.

– Нимә уҡыйһығыҙ? Ваҡыт булғанда, төрлө әҫәрҙәр уҡыйым. Төрлө  жанрҙар, хәҙерге  заман һәм  классик әҙәбиәт оҡшай. Төрлө Интернет ресурстары күп булыуға ҡарамаҫтан, минең өсөн бер нәмә лә һалмаҡ ҡына яҡшы китапты   алмаштыра алмай. Китаптың еҫе генә ни тора. Мәктәптә уҡыған сағымда бөтә ауыл китапханаһын уҡып сыҡтым. Миңә «өлкәндәр яғынан» алып уҡырға рөхсәт иттеләр. Атайым да ай һайын өйгә  китаптар яҙҙырып ала торғайны. Шуға күрә китаптар һәр ваҡыт эргәмдә. Йылдар үтеү менән ҡайһы бер әҫәрҙәр, бигерәк тә мәктәп, студент йылдарында уҡығандары, хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә.

– Ҡайҙа ял итәһегеҙ? Башҡортостанда. Беҙҙә тәбиғәт матур, сит илдәгенән күпкә яҡшыраҡ.

– Заман мәғлүмәт  технологияларына нисек ҡарайһығыҙ? Бик ыңғай. Улар артында – киләсәк.

– Көнөгөҙҙө нимәнән башлайһығыҙ? Зарядканан.

– Чиновниктар тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау һаны артамы? Эйе, һуңғы йылдарҙа дөйөм алғанда бындай енәйәтселектең артыуы күҙәтелә. Беҙҙең районда ла ошондай факттар бар.

– Бөгөн нигеҙҙә  ниндәй енәйәт эштәре ҡуҙғатыла? Хәҙер телефон аша мутлашыу факттары буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эштәренең һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Енәйәтселәр көн һайын граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын уйлап таба һәм уларҙың аҡсаһын урлай.

– Һеҙ прокуратура системаһында нимәне үҙгәртер инегеҙ? Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы органдары системаһы быуаттар дауамында формалаша, әммә күҙәтеү роле һәр ваҡыт ҡала. Тарихтың әлеге ваҡытында, минеңсә, үҙгәрештәр талап итмәй. Киләсәктә, мәғлүмәт технологияларының йылдам үҫешеүен иҫәпкә алғанда, үҙгәрештәр мотлаҡ буласаҡ.

 – Эштә нимәне ишек артында ҡалдырырға кәрәк? Эшкә килгәс – шәхси нәмәләрҙе,   өйгә ҡайтҡанда   –  эште  ҡалдырырға.

– Һөнәри хыялығыҙ бармы? Ул, моғайын, өлгәшеп булмаҫлыҡтыр  –  бөтә закондарҙың тейешенсә үтәлеүе.

– Бала саҡта ниндәй уйындар һеҙҙең яратҡан күңел асыу сараһы булды? Күрше малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бөтә урам уйындары. Һәр урам  малайҙарының йылға буйында йәки урманда үҙ "штабы" бар ине. Һәр яҙ, ташҡын ваҡытында, ҡулдан яһалған һалда йөҙҙөк. Мауыҡтырғыс күп нәмә  булды.

– Бала саҡта хулиган инегеҙме? Унһыҙ булмағандыр, ата-әсәйемдән "эләгә" торғайны. 

– Һеҙгә бирелгән кәңәштәрҙең ҡайһыһы иң ҡиммәтлеһе булып сыҡты?  Өмөтһөҙ хәлдәр булмай. Әгәр нисек эш итергә белмәһәң, закон буйынса эш ит.

– Эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалаһығыҙмы? Мотлаҡ. Йыш ҡына ул хаҡлы булып сыға.

– Теге йәки был  мәсьәләне хәл итеү юлдарын оҙаҡ уйлайһығыҙмы?  Хәлгә ҡарап.

– Һеҙ өкөме, әллә һабан турғайымы? Моғайын,  күберәк өкөлөр.

– Һеҙҙе илһам ташлап киткән мәлдәр буламы? Прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә ҡәҙимге кешеләр кеүек, шунлыҡтан булалыр. Бының менән физик эш, минималь булһа ла, уңышлы көрәшергә ярҙам итә.

– Һеҙҙе уңышҡа илһамландырыусы урын? Йорт, ғаилә һәм яҡындар.

– Ата-әсәйегеҙҙең кәңәштәрен тыңламағанығыҙ өсөн үкенгәнегеҙ булдымы? Бындай хәл булманы.

– Нимә эшләргә яратмайһығыҙ? Эшһеҙ ултырырға.

– Сәғәт кейеп йөрөргә яратаһығыҙмы? Бында шундай тарих. Беренсе сәғәтте, совет осоронда уҡ, миңә өсөнсө класты яҡшы тамамлаған өсөн ата-әсәйем бүләк итте. Ул әле лә миндә һаҡлана. Әммә ҡулымда сәғәт йөрөүҙән туҡтай.  Төрлө сәғәттәрҙе һынап ҡараным –  механик, кварц, электрон – барыһы ла  нормаль эшләүҙән туҡтай. Быға күнеп,   һуңғы йылдарҙа ваҡытты  смартфон буйынса күҙәтәм.  

– Район гәзитен нисек баһалайһығыҙ? Бик яҡшы.

– Һеҙҙең тормош девизығыҙ. "Бер ҡасан да бирешмә! Яңы  белемгә  ынтыл!"

– Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.

 

Лира Архипова, Алексей Ужегов фотоhы

Автор:
Читайте нас