Был ауылдарҙан халыҡ район үҙәгенә йыйылған үҙенсәлекле көн. Хәҙер магазинда йәнең теләгән бар нәмә булһа ла, баҙарҙа тауар яҡшыраҡ булып күренә, һатыулашырға ла була. Элегерәк, магазиндарҙа аяҡ кейеме лә, өҫ кейеме лә булмағанда, күрше төбәктәрҙән эшҡыуарҙар баҙарға тауар килтерә торғайны.
Хәҙер ҙә урындағы һәм ситтән килгән һатыусылар бында үҙ һатып алыусыларын таба. Әммә аҙыҡ-түлек менән фермерҙар ассортименты тәүге планға сыға – үҫентеләр, баҡсаға үҫемлектәр, һөт продукцияһы һорау менән файҙалана.
Мәҫәлән, Николай Шихов менән Людмила Брязгина байтаҡ йылдар үҫентеләр менән һатыу итә. Ә Роза Миндебаевала ҡыш сифатлы ҡош-ҡорт ите, яґ – ҡырағай һарымһаҡ һатып алырға була. Гөлсибәр Зәбихуллина һәм Любовь Чиркова һөт продукцияһы, Ләйсән Назарова ит менән һатыу итә. Уларҙы беләләр, һәм уларҙың продукцияһына ышаналар.
Балаҡатайҙар өсөн аҙнаның был көнө байрам кеүек, баҙарҙа халыҡ бер-береһен күрергә, аралашырға, райондың төрлө мөйөштәренән яңылыҡтар белергә һәм проблемалары менән уртаҡлашырға йыйыла. Яңы ғына һатып алған үҫентеләрен төргән һатып алыусыларҙың береһе әйтеүенсә, был көн киләһе йомаға тиклем ыңғай кәйеф бирә.
Үҙ хәбәрсебеҙ