Новости
5 Марта 2025, 07:00

Музей – Билєн йәштәренең яратҡан ял урыны

Биләндә  бер ҡыҙыҡлы урын бар – урындағы музей ул. Шуныһы  үҙенсәлекле, музей  40 йыл самаһы ауыл клубы эшләгән  бинала урынлашҡан. Һуңыраҡ буш торған был бинаны  ошо ауылда йәшәүсе,  активист,  район башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты ағзаһы  Жәүриә Ризуан ҡыҙы  Ҡәйүмова  һатып ала һәм унда музей ойоштора. Музей ауыл советы балансында тормай,  һәм бар сығымдар бағыусылар аҡсаһына һәм  Жәүриә Ризуан ҡыҙының шәхси аҡсаһына тормошҡа ашырыла.  

Музейҙа  тарихи-мәҙәни,  тәбиғи-тыуған яҡты өйрәнеү, ижтимағи-мәғариф  экспозициялары күрһәтелгән. Музей граждандар, Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғыштары тарихы  һәм ветерандар,  яугир-интернационалистарҙың яҙмышы менән таныштыра. Залдарҙың береһендә этнография материалдары:  йорт кәрәк-яраҡтары,  һауыт-һаба һәм башҡалар менән  стендтар биҙәлгән. Был музейҙа бик ҡыҙыҡлы әйберҙәр һаҡлана. Алыҫ 1954 йылда  Билән ауылында һабантуйҙа  вертикаль бағанаға менгән өсөн приз сифатында  хром итектәр эленеп ҡуя,  һәм уларҙы Үтәш ауылынан йәш егет Ғәлимйән Сабиров ота.  80 йәшендә ул  “Байыҡ” бейеүселәр конкурсында ҡатнашып “Еґ үксә” призын ота,  үҙе тере булғанда уҡ уны  яңы асылған музейға тапшыра.  Шулай уҡ бында  большевиктарҙың 1912 йылда сыҡҡан “Правда” гәзитенең беренсе һаны һаҡлана. Был экспонаттарҙы  ул бөртөкләп үҙе йыя, ремонтты ла үҙе эшләй.

Музей танып белеү функцияһын ғына башҡармай, бында  йәштәр өсөн саралар ҙа күп үткәрелә. Мәҫәлән, шахмат һәм шашка турнирҙары үткәрелә,  бильярд өҫтәле бар,  унда бильярд яратыусылар күнекмәләр үткәрә,  күңел асыу һәм  патриотик саралар уҙғарыла.

“Музей балалар буш ваҡытын үткәргән урын булып тора. Йәй беҙ экологик өмәләр ойошторабыҙ, ”Мөғжизәләр яланы”, велосипедта уҙышыу һәм башҡа саралар үткәрәбеҙ.  Бағыусылар аҡсаһына приздар, грамоталар,  бүләктәр һатып алабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау йыябыҙ, илһөйәрлек тәрбиәләү эше үткәрәбеҙ. Беҙҙең ваҡытта был бик мөһим, һәм мин ошо эштә файҙалы булыуыма бик шатмын. Минең  үҫмер һәм йәшлек йылдарым совет ваҡытында үтте, беҙҙе Тыуған илебеҙ патриоттары булырға өйрәттеләр. Мин ошо ваҡытты тергеҙергә теләйем. Әлбиттә, бөтөнләй башҡа өлкәлә эшләнем –  район ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк комбинаты  директоры булдым. Мине тәғәйенләгән ваҡытта  предприятиеның  бурысы бар ине, беҙ хєлде тµґєтеп килемгә сыға алдыҡ.  Быларҙың барыһы ла аҡса түгел, ә идея өсөн эшләгән кешеләр ярҙамында мөмкин булды. Икмәк комбинаты хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләне.  Ошо ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, ул саҡта халыҡ башҡа ине, тип әйтә алам.  Мин бик күп лайыҡлы кешеләрҙең исемдәрен атай алыр инем, әммә улар бик күп.  Әммә ҡайһы берҙәрен атап үтергә теләйем. Улар етәкселәр Анатолий Южанинов, Иван Никулин менән Павел Мехоношин. Улар, ысынлап та, ишектәре һәр саҡ асыҡ булған етәкселәр ине.  Мин улар менән бер ваҡытта йәшәүемә  рәхмәтлемен.  Быларҙың барыһын да  элек ниндәй ҡиммәттәр булыуын  кешеләр аңлаһын өсөн һөйләйем.

Әммә хәҙер ҙә  был быуын үҙенең принциптарына тоғро ҡалды. Йәмәғәт эшендә мин нәҡ уларға таянам. 10 йыл элек бинаны музей өсөн йыһазландырырға ҡарар иткәс,  Яњы Балаљатайґан эшҡыуарҙар Александр Топычканов, Рафаил Ғәлләмов, Зәки Закиров миңә ныҡ ярҙам итте.  Виктор Перевалов, Азат Т‰рєкєев  менән Айрат Дилмөхәмәтов документтар тултырырға ярҙамлашты.  Шулай уҡ үҫмер быуындың яҙмышына битараф ҡалмаған һәм даими рәүештә ярҙам иткән кешеләргә лә рәхмәт әйтәһем килә. Улар ошо ауылдан Айҙар менән Урал Айсиндар,  Феликс Ғәйнетдинов, Илфат, Флүр Хәсәнов, Айрат  Шәнгәрәев, Ринат Усманов, Фєрит Исхаљов һәм башҡа бик күптәр. Шулай уҡ ағалы-ҡустылы  Бәҙретдиновтарға, Камаловтарға һәм Хәсәновтарға рәхмәтлемен.  Әйтеү менән беҙгә ярҙамға ашыҡҡан  Фәнис Танғатаровты  айырым билдәләп үтәһем килә. Район коммунистары Радик һәм Мәүлитбай Нәсибуллиндарға, Рәшит Нафиҡовҡа, Рифхан Нуретдиновҡа, Миндулла Рәхмәтуллинға һәм Рифат Таҡыевҡа айырым рәхмәт.

Гитлер Германияһын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы  йылында беҙҙең ир-егеттәребеҙгә  яңы фашизмға ҡаршы алышырға, бысраҡ окоптарҙа өшөргә, беҙҙең һөйөклө Тыуған илебеҙ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең  яҡты киләсәге өсөн башын һалырға тура килә. Юғалтыуҙар, атай һәм әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре. Рух көсөнә һәм халыҡтың берҙәмлегенә  һынау бара.  Беҙ, тыл һәм фронт,  бер йоҙроҡҡа төйнәлеп,  дошманға ҡаршы торорға тейешбеҙ. Һәм хәҙер йәш быуынға тейешле йүнәлеш биреү бик мөһим. Беҙ шуның менән шөғөлләнәбеҙ ҙә инде.

Осраҡтан файҙаланып, өҫтә атап үтелгән кешеләрҙе  ‰ткєн Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотларға,  барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем.  Шулай уҡ үҙемдең күршеләрем, Урман урамында йәшәүселәрҙе һәм рай-поның элекке хеҙмәткәр-ҙәренә рәхмәт әйтергә теләйем. Һеҙ – намыҫлы, эшһөйөүсән кешеләр.  Һеҙҙең барыһы ла яҡшы булһын”, – ти   бер генә фамилияны ла төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡып Жәүриә  Ҡәйүмова.

Мин мәҡәләне яҙғанда ул: “Минең хаҡта яҙырға кәрәкмәй,  ярҙам иткән кешеләр тураһында яҙығыҙ...”, тип үтенде. Әммә нисек кенә булмаһын,  быларҙың барыһын да Жәүриә Ризуан ҡыҙы ойоштора, һәм бында уның исемен телгә алмау мөмкин түгел. Ул, ысынлап та,  үҙ эше өсөн янған, бик күптәрҙең ҡулынан килмәгән эште бер үҙе башҡарған   баҫалҡы, эшһөйөүсән ҡатын.

Елена Усольцева

Автор:
Читайте нас