Унда Хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, шулай уҡ предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, саҡырылған кешеләр ҡатнашты.
Лилиә Рәмил ҡыҙы Хакимиәт башлығының социаль – мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған Земфира Әнүәретдин ҡыҙы Ғилманова менән таныштырҙы. Хоҡуҡи эш һәм эште башҡарыу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Светлана Владимировна Донцова тәғәйенләнде. Артабан ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән урып йыйыу эштәрен тамамлау һәм малды ҡышҡы ҡураларға күсереү, юлдарҙы тотоу һәм ремонтлау мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Район Мәҙәниәт һарайы директоры Артём Декало учреждениеның эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны. Ямаш, Ҡарлыхан, Нөгөш ауыл советтары башлыҡтары ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эш тураһында отчет бирҙе.
Лилиә Рәмил ҡыҙы билдәләүенсә, уның өсөн районды төҙөкләндереү мәсьәләләре өҫтөнлөклө, шуға күрә территорияларҙы тәртипкә килтереү өсөн барыһына ла ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Оператив кәңәшмә барышында ағымдағы мәсьәләләр ҡаралды, яуаплы кешеләргә поручение бирелде.
Үҙ хәбәрсебеҙ