Яны Белокатай
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь , 11:10

Тулы ҡиммәтле йәшәү өсөн йәш сик түгел

Урғалы ауылынан  тыл эшсәне  Бибисара Ғимаҙислам ҡыҙы  Шархапова үҙенең 95-се тыуған көнөн билдәләне  

Сағыу ваҡиғаларға, һөйөү, хеҙмәт, хәстәрлек һәм яҡшы эштәргә бай  тотош ғүмер артта ҡалған. Бибисара Ғимаҙислам ҡыҙы – һәр саҡ йылы һәм изгелек таратҡан кеше.  Ул күп нәмәләр аша үтә,  әммә оптимизм һәм яҡшылыҡҡа ышанысын юғалтмай.  Уның бар ғүмере тыуған ауылында уҙа, колхозда эшләй, һәм һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдар ауырлығы ла уның иңенә төшә. Кейәүгә сыға һәм бәхетле никахта  70 йыл самаһы йәшәй. Ғаиләлә 8 бала донъяға килә. Бөгөн уны 17 ейәне һәм 33 бүләһе ҡыуандыра.  Ул яҡындарының һөйөү һәм хәстәрлегенә уралып йәшәй.  Шундай оло йәштә лә рух көсө, тормошто яратыу үрнәге булып тора һәм  шатлыҡ һәм тулы ҡиммәтле йәшәү өсөн йәштең сик булмауын иҫбатлай.

Ошо көндәрҙә ветерандар советы рәйесе Ю. Еникеев  һәм Урғалы ауыл советы башлығы  Г.Бикмөхәмәтова юбилярҙы байрамы менән ҡотланы. Улар Бибисара Ғимаҙислам ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, сағыу һәм шатлыҡлы мәлдәр, яҡындарының һөйөү һәм хәстәрлеген, шулай уҡ  тормошто яратҡан, изге күңелле кеше булып ҡалыуын теләне.

 

Үҙ хәбәрсебеҙ

Автор:
Читайте нас: