Яны Белокатай
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь , 10:55

Клиенттарҙы йылмайып ҡаршылай

Йыл һайын 12 ноябрҙә Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Клиенттар өсөн Һаҡлыҡ банкының хеҙмәттәре даими яңырып тора, шуға күрә банк хеҙмәткәрҙәренең тµп бурыстарының береһе – килеүселәргә ярҙам итеү.

“Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  Яңы Балаҡатай ауылындағы 8598 /0275-се өҫтәмә офисының  физик берәмектәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса  өлкән менеджеры  Лилиә Марс ҡыҙы Генералованы клиенттар ап-аҡ блузкаһындағы  бейдж буйынса ғына түгел, ә  итәғәтле, мөләйем һәм ихлас ҡатын булараҡ  та белә.

Бына 17 йылдан ашыу инде ул банк хеҙмәткәре бурыстарын уңышлы башҡара. Төрлө  түләүҙәр ҡабул итеү, клиенттарҙың иҫәбенән аҡса биреү һәм башҡалар – уның бурыстары бына шундай. Килеүселәр менән аңлатыу эше ваҡытты күп ала,  мәсьәләне шунда урында хәл итеү өсөн ул  мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Эшләгән осорҙа төрлө вазифалар биләне. Кассир ҙа, консультант та булды. Хәҙер ул – хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджер, һәм  клиенттарының күп йыллыҡ ышанысы уның өсөн төп награда.

“Лилиә Марс ҡыҙы  һәр саҡ клиенттарҙы йылмайып ҡаршы ала һәм уларға ыңғай кәйеф бүләк итә. Хеҙмәттәштәренә лә ихтирам менән ҡарай. Былтыр офис хеҙмәткәре Өфө ҡалаһында  йәшел марафонда ҡатнашты”, – ти офис етәксеһе Светлана Ефименко.

Ысынлап та, банкта клиенттарға нисек ҡарауҙарына күп нәмә бәйләнгән, сөнки  уларға мөрәжәғәт итеп, беҙ аҡсабыҙҙың ышаныслы булыуында ышаныс тойғоһо кисерергә тейешбеҙ бит.

Лира Архипова

Автор:
Читайте нас: