Өфө ҡалаһында “Рәсәй – спорт державаһы” ХII халыҡ-ара спорт форумы уҙҙы. Ошондай мөһим ваҡиғала ҡатнашыу өсөн ирекмәндәрҙән 2000-гә яҡын заявка бирелгәйне, һєм уларҙың һәр береһе етди конкурс уҙҙы – бер урынға дүрт кешенән күберәк. Һөҙөмтәлә иң әүҙем һәм инициативалы ҡатнашыусыларҙан ирекмәндәр корпусы ойошторолдо, беҙҙең Яҙгөл Ғәлиуллина ла улар иҫәбенә инде.
“Мин форумдың эш атмосфераһына сумыуыма, бик һәйбәт кешеләр менән осрашыуыма, төрлө өлкәләрҙә ҙур тәжрибә алыуыма, төрлө илдәрҙән килгән кешеләр менән аралаша алыуыма шатмын”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Яҙгөл.
“Көрәш һарайында” төп майҙанда форумды ойоштороусылар һәм ирекмәндәрҙең йомғаҡлау осрашыуы уҙа, шулай уҡ фирма атрибутикаһы комплекттары бирелә. Эш башлар алдынан ирекмәндәр махсус уҡыу үтте. Улар ҡала ҡунаҡтарын килгәндә, мәғлүмәт стойкаларында, шулай уҡ спорт объекттарында оҙатып йөрөнө.
Г.Туйсина,
“Юлдаш” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клуб
директоры