Яны Белокатай
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь , 10:55

Ғүмерен туған теленә арнаны

Балаҡатай районы матур тәбиғәте менән  генә түгел, ә  унан алыҫта  ситтә лә үҙенең эштәре менән районыбыҙҙы данлаған кешеләре менән дан тота.

 Бөгөн һүҙебеҙ – филология фәндәре кандидаты, доцент Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы Ғайсина тураһында.  Ул 20 йылға яҡын Силәбе дәүләт университетында уҡыта. 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры итеп тәғәйенләнє.

Ул Әшәй ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе  Һәҙиә Исмәғил ҡыҙы менән   Фәтҡулла Әхмәҙи улы ауылда иң ихтирамлы кешеләрҙең  береһе була. Әсәһе – медик, 40 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрә. Атаһы – ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Икеһе лә  белемде юғары баһалай. Был ғаиләлә ул иң мөһиме – эшһөйөүсәнлек, юғары рухилыҡ ала. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.  Ул хәтерләүенсә, русса насар һөйләшеүе иң ауыры була, сөнки ауылда бар фәндәр ҙә башҡорт телендә алып барыла, әммә бер йылда өйрәнә һәм беренсе имтихандарҙы “бишлегә” тапшыра. Дүрт йыл буйы ул  шундай баһаларға ғына уҡый һәм тик бишлеләр торған диплом ала.

Уҡыуын дауам итеү теләге уны  Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Ул филолог булырға ҡарар итә, сөнки әҙәбиәтте бик ярата, күп уҡый. Нәҡ 1988 йылда  университетта  филология факультеты составында айырым башҡорт бүлексәһе асалар. ”Университет йылдары – минең тормошомда иң матур йылдар, – тип хәтерләй Флүзә Фєтљулла љыґы. - Беренсе тапҡыр беҙ шундай күмәк инек – 50 кеше, уларҙың яртыһы – егеттәр, был иһә филология факультетына хас түгел. Уҡыуы ҡыҙыҡ, педагогия училищеһынан һуң сағыштырмаса еңел булды.  Ул саҡта   ижтимағи – сәйәси хәлдәр әүҙемлек, үҙ фекерең булыуҙы талап итә ине. Беҙҙең ағым, минеңсә, шуның менән айырылып торҙо. Беҙ юғары уҡыу йортон тамамлауға байтаљ йылдар үткән, ә минең курсташтарым ысын белгестәр, ихтирамлы кешеләр булып китте. Мин,  уларҙан һәм уҡытыусыларымдын уңдым, тип уйлайым”. Университетта Флүзә “Йәнгүзәл” фольклор коллективына йөрөй,  факультетта  занятиеларға йөрөү өсөн яуаплы, төркөм комсоргы була.  Университетты ла тик бишлеләргә тамамлап, ул йүнәлтмә буйынса Силәбе дәүләт университетына эшкә килә. Юғары уҡыу йортонда уҡытыу  ғилми – тикшеренеү эшен дә күҙ уңында тота, шуға күрә 1996 йылда ул  кандидатлыҡ диссертацияһына дәғүә итеүсе була һәм 2000 йылда  профессор Роберт Байымов етәкселегендә “ХХ быуаттың башҡорт әҙәбиәтендә  көнсығыш шиғри традициялар” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.  Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы көнсығыш әҙәбиәтен бик яратыуын йәшермәй.  Был ҡыҙыҡһыныу студент эскәмйәһенән үк килә.  Хәҙер иһә был мауығыу ғына түгел, ә эш. Уҡытыу эшмәкәрлегенән тыш, университетта Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы  Көнсығыш бүлексәһе буйынса факультет деканы урынбаҫары бурыстарын да башҡара. Ул студенттарҙың барыһын да белә, уларҙың проблемалары һәм шатлыҡтары менән таныш. Нәҡ уның инициативаһы менән уҡыуҙа айырылып торған студенттарҙың ата-әсәләре рәхмәт хаттары ала.  Йыл һайын беренсе курс студентына арнау һәм ата-әсәләр йыйылыштары үткәрелә. Яңы йыл бал-маскарады, театрҙар, концерт-тарға, айырыуса  Өфөнән коллективтарҙың сығыштарына  барыуҙар ойошторола. Студенттар уны  бик талапсан,  ғәҙел, энергиялы кеше тип әйтә.  Үҙенең үрнәге менән уљытыусы студенттарҙы тәрбиәләй, уларҙа милли мәҙәниәткә, телдең матурлығына ҡыҙыҡһыныу уята.

Бүлексә ҡаланың ижтимағи һәм  мәҙәни тормошонда мөһим роль уйнай. Уҡытыу- сылар ҙа Силәбе  өлкәһе башҡорттарының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ф.Ф.Ғайсина –  башҡорттарҙың өлкә ҡоролтайы активисы. 2002-2006 йылдарҙа өлкә ҡоролтайы башҡарма комитетында  милли белем биреү мәсьәләләре өсөн яуаплы. 2007 йылдан ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Марсель Харис улы Йосоповтың урынбаҫары. Һуңғы йылдарҙа башҡорттарҙың йәмәғәт тормошо йәнләнә, эҙмә-эҙлекле була бара, уны таныйҙар.  Сараларҙың барыһында ла тиерлек  Флүзә Ғайсинаны осратырға була. Уны ижади коллективтар ҙа,  активистар ҙа, ябай граждандар ҙа белә. Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы – Силәбе өлкәһенең   өлгөлө әҙәби туған телдә  һөйләшкән  күп булмаған башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренең  береһе.

Ҡоролтайҙа, һәр ваҡыттағыса,  эш бик күп. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы – Рәсәй  төбәктәре араһында  иң күп һанлы. Милли сараларҙың барыһын да тиерлек  башҡарма комитет ағзалары ойоштора. “Башҡортостанда Силәбе өлкәһе башҡорттарының  мәҙәниәт көндәре” быға сағыу миҫал.

Ғайсинаның бар нәмәгә ваҡыты етә, ул теләһә ниндәй кимәлдәге сараларҙы ойоштора ала.  Бер үк ваљытта  ғилми мәҡәләләр, “Челябинский рабочий” гәзитендә  “Башҡорт” ҡушымтаһы өсөн мәљәләләр яҙырға, докладтар менән сығыш яһарға, төрлө конференцияларҙа, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конгрестарҙа ҡатнашырға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡытыусыһы” олимпиадалары һәм конкурстары ойошторорға ла өлгөрә. Ә тағы ла ул һәр ваҡыт заманса ҡатын-ҡыҙ булып ҡала: матур, тәрбиәле һәм мөләйем. Уның эргәһендә һәр саҡ тормош ҡайнай, ул бик энергиялы һәм эмоциональ. Һәр саҡ хәрәкәттә һәм башҡаларға ла үҙенең энергияһын бирә.  Ул бик ихлас һәм, моғайын, бер аҙ эскерһеҙ кеше.  Бик күптәр уның  ҡайнап торған тормошона ғәжәпләнә һәм, һеҙ ҡайҙан көс алаһығыҙ, һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ кем, тип һорай. Ул тиҙ генә былай тип яуап бирә: ”Минең ғаиләм: яратҡан ирем – таяныс һәм яҡлаусым, ярҙамсым,  ҡыҙым – минең шатлығым. Әлбиттә, шундай эш күләме менән  ғаиләгә ваҡыт аҙ ҡала, әммә ирем мине аңлай, ярҙам итә, ул ғаиләлә –  баш кеше. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме – ғаиләнең именлеге.  Әгәр ғаиләлә барыһы ла яҡшы икән, эш тә бара.  Бына шундай ул, беҙҙең замандашыбыҙ һәм ватандашыбыҙ  Флүзә Ғайсина.

“Ватандаш” журналы мәҡәләләренән

Автор:
Читайте нас: