Районда йыл башынан алып 32 янғын теркәлгән, 2 кеше һәләк булған. Зыян күреүселәр юҡ. Йылдың һалҡын осоронда электр приборҙарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле янғындар һаны арта.
Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан мейестәрҙең төтөн юлын, ә һуңынан кәмендә өс айға бер тапҡыр ҡоромдан таҙартығыҙ. Янып ятҡан мейесте балаларға ҡарарға рөхсәт итмәгеҙ, мейес алдындағы табаҡҡа утын һәм башҡа тиҙ яныусан материалдар һалмағыҙ. Мейес үтә ныҡ ҡыҙмаһын өсөн, уға 1-1,5 сәғәттән артыҡ яҡмағыҙ.
Янып сығыу йә иһә янып сығыуҙың тәүге билдәләре күренеү осрағында электр приборын селтәрҙән алыу өсөн розетка янына тиҙ килеүҙе тәьмин итегеҙ. Изоляцияһы зарарланған электр приборҙарын файҙаланырға һәм ҡеүәтле бер нисә электр приборын бер үк ваҡытта ҡуйып, электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ.
Балаҡатай районының янғын һағы