Был сараның маҡсаты – үҙйөрөшлө машиналар һәм техниканың башҡа төрҙәрен файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәт һаҡлаған ҡиммәттәргә зыян килтереү хәүефен, граждандарҙың ғүмеренә һәм милкенә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү ҡурҡынысы барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү.
Саралар барышында БР Урман хужалығы, Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлексәһе дәүләт инспекторҙары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә үҙйөрөшлө машиналар, уларға тағылмалар һәм техниканың башҡа төрҙәрен файҙаланыу урындары буйлап сығып иҫкәртеү саралары, щулай уҡ теркәлмәгән техниканы асыҡлау буйынса саралар үткәреләсәк.
Дәүләт техник күҙәтеүе буйынса республика дәүләт комитетының Балаҡатай районындағы секторы