Был китап Балаҡатайҙағы 108-се һөнәрселек училищеһы тарихына арналған. Район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Василий Ушаков һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Татьяна Ковалева китап сығыу уңайынан рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Шулай уљ ветерандар советы, башљорттар љоролтайы, училище тамамлаусыларґыњ ата-єсєлєре љотланы.
Лилиә Вәли ҡыҙы презентацияла ҡатнашыусыларҙы китаптың йөкмәткеһе менән таныштырҙы, училище ойошторолған ваҡытҡа ҡараған ҡайһы бер мәлдәрҙә, архив документтарында ентекләп туҡталды, төрлө ваҡытта училищела эшләгән кешеләр тураһында һөйләне.
“Училищеның тарихы, уҡыу йортон ойошторған, нығытҡан, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә белем һәм тәрбиә биргән кешеләрҙең яҙмышы ғәжәп һәм ҡыҙыҡ. Хәҙер илебеҙҙә һөнәри белем биреү структураһын оптимәлләштереү үткәрелде. Башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары урта махсус белем биргән уҡыу йорттары составына инде. Балаҡатайҙағы 108-се һөнәрселек училищеһы – хәҙер Дыуан киң профилле колледж филиалы. Һөнәри белем биреү системаһында булған тарихи ваҡиғалар бик күп ваҡиғаларға башҡаса ҡарарға, күптән түгелге үткән тарихын аңларға мәжбүр итә, беҙҙең уҡыу йорто тарихын яҙыу теләге шунан барлыҡҡа килде. Мин китап өҫтөндә эшләгәндә беҙҙең хеҙмәт ветерандарының иҫтәлектәренә, архив яҙыуҙарына һәм район гәзитенең үткән йылдар-ҙағы һандарына, фотоһүрәттәргә мөрәжәғәт иттем. Китаптың һәр юлы артында – аныҡ кешеләр, уларҙың хеҙмәте, тарихҡа әүерелә барған нәмәләргә уларҙың ҡағылышы булыуы. Улар тураһында хәтер үткәндәргә китмәһен өсөн, мин хеҙмәт ветеран- дарын иҫкә алыуҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләнем”, – тине Лилиә Вәли ҡыҙы.
Китапҡа авторҙың шәхси архивынан һәм училище фондынан мәҡәләләр, үҙенсәлекле фотоһүрәттәр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, районда һәм республикала танылыу яулаған уҡыу йортон тамамлаусылар тураһын-да сағыу иҫтәлектәр инде. Училище тураһында элек билдәле булмаған факттар һәм документтар байтаҡ йыйылған. Автор бик ҙур, фундаменталь эш башҡарған – ул училище буйынса йыйылған бар материалды бер сығанаҡҡа туплаған. Был китап уның тарихын ышаныслы һаҡлаусы һәм киләсәк быуынға һабаҡ итеп әйтелгән һүҙҙәр буласаҡ. Ысынлап та, китапты район һәм республика өсөн мәҙәни – тарихи мираҫ тип хаҡлы атарға була. Ул тотош эпоханы һәм беҙҙең районда берҙән-бер уҡыу йортонда ҡасандыр эшләгән һәм уҡыған кешеләрҙең яҙмышын сағылдыра.
Лилиә Вәли ҡыҙы китап менән таныштырыу сараһына туған училище стеналарында бергә эшләргә тура килгән кешеләрҙе, шулай уҡ училище тамамлаусыларґы hєм хєґер беґґењ арала булмаѓан хеґмєттєштєренењ туѓандарын саҡырған. Уларҙың һәр береһе бер нисә йылы һүҙ әйтте, һµнәри училищела эшләгән йылдарын иҫкә алды, ваҡытын һәм тырышлығын йәлләмәйенсә китап биттәрендә туған уҡыу йорто тарихы мәлдәрен баҫтырған өсөн авторға рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Шулай уљ оґаљ йылдар емешле хеґмєттєшлек иткєн µсµн Лилиє Вєли љыґына район гєзите редакцияhынан Маљтау грамотаhы тапшырылды.
Китаптың тиражы – 100 дана, уның 50-һен ҡаты тыш менән сығарыу планлаштырыла. Китапты авторҙа һатып алырға була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Л.Вәлиева шулай уҡ “Башкирский словесный фольклор Белокатайского района”, “Читайте старинные оконные наличники Белокатайского района”, “Детские считалки, записанные в Белокатайском районе”, ”Дикорастущие травы Белокатайского района” исемле китаптар баҫтырып сығарған. Л.Вәлиева “Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” махсус иҫтәлекле билдә менән наградланған.
Елена Усольцева