Валерия Вячеславовна сығышы менән Яңы Балаҡатай ауылынан. 2018 йылда Яңы Балаҡатай ауылындағы 1-се урта мәктәпте, быйыл – Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлай. Судент йылдарында университеттың йәмәғәт тормошонда ла, ғилми өлкәлә лә әүҙемлек күрһәтә – бер нисә ғилми мәҡәлә яҙа, MedDance бейеү коллективы ағзаһы. Шул уҡ ваҡытта медицинала практик тәжрибә алырға ла өлгөрә – Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам дауаханаһында ашығыс ҡабул итеү бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып ике йыл эшләй.
Үҙәк район дауаханаһында аҙ ғына ваҡыт эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш доктор үҙен бик яуаплы, белемле һәм ҡыҙыҡһыныусан белгес итеп күрһәтергә лә өлгөрҙө.
Валерия Вячеславовнаға ҙур перспективалар һәм ҡаҙаныштар, шәхси бәхет һәм эше тик ҡәнәғәтлек кенә килтерһен өсөн бик күп энергия теләйбеҙ.
Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы
сайты мәғлүмәттәренән