Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2024, 10:50

Һөнәре ғүмерлек эшенә әүерелде

ЗАГС – шифрын  асыуҙа мохтаж булмаған аббревиатура, шулай ҙа бик күптәр  ойошманың граждандар хәле акттарын теркәүе һәм гражданды уның бар тормошо барышында оҙатып барыуы тураһында  белмәй. 

Кеше донъяға килеү менән үҙенең тормошондағы тәүге һәм иң төп документ – тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала. Никахтар һауала   барлыҡҡа килһә лә, ЗАГС органдарында теркәлгәндән һуң ғына рәсми рәүештә таныла башлай. Кеше тыуа, йәшәй һәм вафат була, граждандар хәле  акттары яҙыуҙарында үҙенең эҙен ҡалдыра. ЗАГС архивы кәштәләрендә  бәхет һәм ҡайғы йәнәш тора, улар бер-береһенән айырылғыһыҙ. Беҙҙең тормошобоҙҙағы  иң мөһим ваҡиғалар  ЗАГС органдарында ентекләп теркәлә, айырым кеше яҙмышынан рәсми дәүләт статистикаһына әүерелә.

Роза Рәмзи ҡыҙы Ғәйнетдинова ошо өлкәлә  егерме йылдан ашыу эшләй. 2002 йылда ул  ЗАГС бүлегенә әйҙәүсе белгес булып эшкә килә, бер йылдан иһә район Хакимиәте ҡарамағындағы ЗАГС бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Үҙенең эшен ул бик һәйбәт белә һәм намыҫлы башҡара. Һөнәре уның ғүмерлек эшенә әүерелде. ЗАГС бүлеге балаҡатайҙарҙың тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы теркәп кенә ҡалмай, ә  төрлө байрамдар, ғаилә парҙарын хөрмәтләү, бүләкләү кеүек саралар инициаторы булып та сығыш яһай. Бүлек хеҙмәткәрҙәренең  бурысы мөһим – улар ғаиләне һәм ғаилә ҡиммәттәрен  һаҡлау өсөн эшләй. Үҙенең хеҙмәте өсөн Роза Рәмзи ҡыҙы төрлө кимәлдәге грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән наградланды, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән дә.

Күптән түгел Мәсәғүт ауылында ЗАГС бүлектәре етәкселәренең  төбәк семинар – кәңәшмәһе уҙҙы. Унда  БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  Ирек Сәғитов менән  республиканың  Юстиция эштәре буйынса  дәүләт комитеты рәйесе  Владимир Спелены индереп, һигеҙенсе эш төбәге вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмә барышында   райондың ЗАГС бүлеге начальнигы  Роза Рәмзи ҡыҙы Ғәйнет-диноваға  оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, хеҙмәт бурыстарын уңышлы һәм сифатлы башҡарғаны өсөн Башҡортостан  Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Роза Рәмзи ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, эшендә  һәм бар башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.  Бар идеяларығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын әйҙә.

 

Үҙ хәбәрсебеҙ

Автор:
Читайте нас