Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2022, 15:00

Балаҡатай уҡсылары – иң яҡшылар

Күптән түгел Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы – Уғатар” уҡтан атыу буйынса балалар республика беренселеге уҙҙы. Ул  республиканың Спорт министрлығы ярҙамында ойошторолдо.

Балаҡатай уҡсылары – иң яҡшылар
Балаҡатай уҡсылары – иң яҡшылар

Сарала Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Ишембай, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Ишембай, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 82 уҡсы ҡатнашты.

Беҙҙең район командаһын тренер Марат Әхәтов етәкселегендә “Уҡсы Ҡа-тай” клубы тәрбиәләнеүселәре күрһәтте. Балаҡатайҙар яҡшы һөҙөмтәләргє µл-гєште һәм призлы урындар алды. Мәҫә-лән,  14 – 17 йәшлектәр араһында  Айлина Мулланурова икенсе, 7 – 9 йәш катего-рияһында  Карина Рәхимова шулай уҡ икенсе урын алды. Ә  10 – 13 йәш кате-горияһында Вита Носкова республиканың иң көслө  һигеҙ уҡсыһы иҫәбенә инде.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уларға яңы уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Спортсылар ярышҡа барыуҙа күрһәт-кән ярҙамы өсөн бағыусылар (спонсорҙар) Р. Ғәлләмов менән Ф. Вәхитовҡа ысын күңелдән рәхмәтен еткерә. Һеҙҙең изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә уңыш, сәскә атыу булып әйләнеп ҡайтһын әйҙә.

                                                                                                 

Район Хакимиәте сайты мәғлүмәттәренән

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас