Ул Рәсәйҙә беренсе тапҡыр 2014 йылдың 3 декабрендә билдәләнде. Ватанды һаҡлап һәләк булған билдәһеҙ ҡаһармандарҙың илебеҙҙә һәм унан ситтә әлегә ҡәҙәр тейешенсә ерләнмәгәндәре лә күп. 1966 йылдың тап ошо көнөндә Германия ғәскәрҙәрен Мәскәү янында ҡыйратыуға 25 йыл тулыуҙы билдәләгәндә Туғандар ҡәберле-гендә ерләнгән билдәһеҙ һалдат кәүҙәһе Александров баҡсаһына күсерелеп күмелә. Гранит пли-тәлә: ”Исемең һинең билдәһеҙ, батырлығың һинең үлемһеҙ”, тигән һүҙҙәр яҙылған.
Үткән йәкшәмбенең һалҡын иртәһендә “Йәш армия” балалар – үҫмерҙәр хәрби - патриотик хәрәкәт ағзалары Яңы Балаҡатай ауылында Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янында йыйылды.Йәш армеецтар һәйкәлде ҡарҙан таҙартты, тәртип булдырҙы, бер минут тын ҡалып Тыуған илебеҙ һәм беҙҙең азатлығыбыҙ өсөн башын һалған яугирҙәрҙе иҫкә алды. Йәш армеецтар клубы етәксеһе Р. Ҡәҙербаев балаларға яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләне. “Был көн - фронттарҙа һәләк булған, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, ҡәберенә туғандары һәм вариҫтары килә алмаған бар яугирҙәргә рәхмәт белдереү ул. Әммә улар барыһы ла – үҙ иленең батырҙары – халыҡ хәтерендә һаҡлана, шуға күрә был хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлап быуындан быуынға тапшырырға кәрәк”, - тип билдәләне ул.
Ә беҙ батырҙар иҫтәлеген һаҡ-лаған йәш илһөйәрҙәргә рәхмәт белдерәбеҙ. Маладис, ҡыҙҙар һәм малайҙар!.
Үҙ хәбәрсебеҙ