Беҙ Ҡарлыхан стоматологтары тураһында мәҡәлә яҙырға килгән көндө ҡабул итеүҙе көткән пациенттар, расписание бер аҙнаға алдан яҙылған, тип аңлатты, тимәк, уларҙың эше һәр саҡ тығыҙ. Халыҡ бында килә, сөнки уларға ышаналар һәм эш һөҙөмтәһе һәйбәт булырын беләләр. Ирле-ҡатынлы Бәшировтарҙың стоматология өлкәһендә эш стажы 37 йыл тәшкил итә.
Улар 1988 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына бергә уҡырға инә һәм тамамлай. Дипломлы белгестәр үҙҙәренең белемен, республика стоматология поликлиникаһында башкөллө эшкә сумып, интернатурала нығыта.
1989 йылда йєш белгестєрґе йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына эшкә ебәрәләр. Әммә унда стоматологтар етерлек булғанлыҡтан йәш белгестәрҙе Балаҡатай үҙәк район дауаханаһына, һуңынан Ямаш участка дауаханаһына ебәрәләр. Йәш белгес-тәргә шунда уҡ бар уңайлыҡтары булған фатир бирәләр.
1995 йылда Ҡарлыхан ауыл участка дауаханаһы асылғас, Бєшировтар шунда эшкә урынлаша.
“Йыш ҡына пациенттар, һеҙ бер ҡайҙа ла китергә уйламайһығыҙмы? тигән һорау бирә. Беҙ бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайбыҙ, беҙгә бында барыһы ла оҡшай, тип яуаплайбыҙ”, – ти улар.
Илшат Рәүил улы – теш врачы – хирург һәм ортопед. Ул сығышы менән Мәсетле районының Мөслим ауылынан. Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, үҫмер Башҡортостан ауыл хужалығы институтына иҡтисад факультетына уҡырға инергә уйлай. Әммә мәктәп директоры уны нәҡ медицина институтына уҡырға инергә өгөтләй. Ул мәлдә Илшаттыњ ағаһы медицина институтында хирургҡа уҡый. Медицина династиялар менән көслө, һәм ҡасандыр тормошта һайлаған юлы уның булмышына әүерелә.
Әлфиә Фәрит ҡыҙы Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Ҡыҙ математика йүнәлешендәге 115-се мәктәптә уҡый, уны көмөш миҙалға тамамлай. Ул ҙур энтузиазм менән медицина белеме алырға хыяллана.
“Ата-әсәйем Свердловск ҡалаһына физика – математика факультетына маҡсатлы йүнәлтмә алыуҙан ҡырҡа баш тартты, һәм мин медицина институты студенты булып киттем”, – ти ихлас йылмайып теш врачы.
Бәхетле ғаилә парының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар өсөнсө курста уҡығанда көҙгө ауыл хужалығы эштәре ваҡытында таныша һәм бер-береһен оҡшата. Бер йылдан йәштәр өйләнешә. Туй күңелле уҙа, ике аҙна ҡунаҡ булалар, тәүҙә ҡыҙ яғында, һуңынан ауылда егеттең ата-әсәһендә. Улар бына 40 йыл инде бергә. Өс балаларын тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Азат менән ҡыҙґары Әлиә ата-әсә һуҡмағынан киткән, медиктар династияһын дауам итәләр. Азат Илшат улы Мәсәғүт район дауаханаһында хирургия бүлексәһенә етәкселек итә, ә Әлиә Илшат ҡыҙы быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлай. Уртансы улдары Рөстәм “Теплоэнергетик” һөнәре буйынса Б.Ельцин исемендәге Урал федераль университетын тамамлаған, хәҙер Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Йәй ирле-ҡатынлы Бәшировтар үҙҙәренең ваҡытын умарталығында үткәрергә ярата, ә балалары менән биш ейәнсәрҙәре матур тәбиғәткә һоҡланып, олатай-µлєсєйґє ҡунаҡта йыш була.
Үҙҙәренең оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Бәшировтар төрлө кимәлдәге маҡтау грамоталары менән наградланған.
Лира Архипова,
автор фотоһы