Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
ИҠТИСАД
19 Февраль 2025, 06:50

Беҙ таҫмалар менән Еңеү үрәбеҙ

Беҙҙең яугирҙәребеҙгә ҡулдан үрелгән маскировка селтәрҙәре кәрәкме?

 Эйе. Һәм беҙ, Яңыбай ауылының битараф булмаған халҡы, көнөнә бер нисә сәғәт тырышып эшләп, маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Эштән буш ваҡытында халыҡ Яңыбай  ауыл китапханаһына “Беҙҙең яңы китаптар” кәштәһенән  китап һайлау ғына түгел, ә  маскировка селтәрҙәре үреү өсөн дә килә. “Сәләмәт  күңел биҙәктәре” клубы ағзалары иһә 2023 йылдың авгусынан алып ошо эш менән шөғөлләнә. Быйыл  йыл башынан 13 дана маскировка селтәре үреп яугирҙәребеҙгә оҙатылды.

Бындай селтәрҙәр яугирҙәребеҙҙе  пилотһыҙ осоу апараттары, снарядтар ырғытҡан бомбардировщиктарҙан һаҡлай, шулай уҡ  алынған позициялар буйынса артиллерия утынан яҡлай. Беҙҙең яугирҙәребеҙгә нәҡ ҡулдан үрелгән маскировка селтәрҙәре кәрәк, сөнки заводта етештерелгәндәрҙең биҙәктәре ҡабатлана. Дрон камераһы бер төрлө һүрәтте уҡыу менән бында селтәр бар тигән сигнал килә һәм дошман һөжүм итә. Селтәрҙе кешеләр үрһә, камера маскировка селтәрен күрә алмай.

Хәрби хәрәкәттәр  зонаһында маскировка селтәрҙәре күп китә, шуға күрә уларҙы үргәндә күрһәткән ярҙамыбыҙ баһалап бөткөһөҙ,  сөнки улар ысынлап та һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡара.  Беҙҙең Яңыбай, Монас, Айғырьял  ауылдарынан битараф ҡалмаған халыҡ маскировка селтәрҙәре үреүгә аҡса күсерә һәм килтерә. Хәҙер махсус хәрби операция зонаһындағы ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн беҙ  бер ҙур һәм берҙәм команда булырға тейешбеҙ. Өҫтәүенә яугирҙәр үҙҙәре лә былай ти: “Бына беҙгә селтәрҙәр күберәк кєрєк, сөнки блиндажды ла ҡапларға,  үҙебеҙҙе һәм техниканы ла  нисектер йәшерергә кәрәк”.

Беҙҙең һәр беребеҙ  Еңеү эшенә үҙ өлөшөн индерә ала. Шундай ауыр мәлдә берләшеп, һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ. Улар беҙҙе яҡлай,  бына шундай селтәрҙәр үреп, беҙ уларҙы  яҡларбыҙ. Беҙ юҡҡа ғына эшләмәйбеҙ, беҙҙең хеҙмәтебеҙ  егеттәребеҙгә кәрәк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

 

Н.Нәжметдинова, Яңыбай ауыл моделле китапхана китапханасыһы

Автор:
Читайте нас