Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының Яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2025” фестивалендә быйыл да әллә күпме кеше ихлас ҡатнашты. “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проектына ярашлы ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәре-нән ғаиләләр башта үҙ район-ҡалаһында – муниципаль этапта – үҙ көсөн һынап ҡараны. Был спорт сараларында беренсе урындар яулағандар аҙаҡ Өфөлә үткәрелгән республика бәйгеһендә көс һынашты.
Ғаиләләр бер нисә конкурста ҡатнашты. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Урғалы ауылынан Ҡәниповтар ғаиләһе еңеү яуланы. Маҡтаулы икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Миәкә районынан Хәсәновтар һәм Ҡалтасы районынан Миңлекәевтар ғаиләһе алды. Шулай уҡ быйыл призлы урындарҙан тыш ”Минең спорт ғаиләһе!” айырым номинация тапшырылды. Уны Учалы ҡалаһынан Зариповтар ғаиләһе алды.
“Еңеүгә бик шатбыҙ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләгән, Башҡортостан ғаиләләре һәм райондарын туплаған өсөн рәхмәтлебеҙ. Фестивалдә республиканың шундай уҡ әүҙем ғаиләләре менән танышаһың, һәм был ҡыуандыра. Беҙ фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, әммә киләһе йылда ла ҡатнашырға теләйбеҙ инде ...” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ҡәниповтар.
Фестивалдә еңеүселәр ҡиммәтле приз һәм бар ғаилә менән ял итеү өсөн Башҡортостан санаторийҙарыныњ береhенє путевка алды.
“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренән