Беҙ уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарына БР Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарының хәрби комиссары Андрей Степанович Бялик менән интервью тәҡдим итәбеҙ, ул районда яҙғы саҡырыу кампанияһының нисек үтеүе хаҡында һөйләне.
-Андрей Степанович, яҙғы саҡырыу башланды, хәрби хеҙмәт йәһәтенән ҡануниәттә үҙгәрештәр барлыҡҡа килдеме? Быйылғы призывниктарҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?
-Яҙғы саҡырыуҙа үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар юҡ. Барыһы ла элеккесә ҡалды.
-Бик күптәрҙе хеҙмәткә алыуҙы кисектереү смәсьәләһе борсой. Бындай кисектереү биреүҙә үҙгәрештәр бармы?
-Үҙгәрештәр юҡ. Берҙән – бер үҙгәреш – 25-се статьяға ярашлы, ауыл ерендә йәшәгән һәм сәсеү һәм урып йыйыу эштәрендә туранан – тура ҡатнашҡан граждандар хәрби хеҙмәткә 15 октябрҙән саҡырыла.
-Юғары белемле призывниктар өсөн ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бармы ?
- Ҡайһы бер үҫмерҙәр юғары белем булғанда уларҙың хеҙмәт итеү срогын ҡыҫҡартырға мөмкиндәр тип яңылыш уйлай, ысынында иһә улай түгел. Теләһә ниндәй осраҡта армияла хеҙмәт срогы 12 ай тәшкил итә, юғары белем булыу - булмауы бер ниндәй ҙә роль уйнамай.
-Әгәр призывник хәрби комиссариатҡа килмәһә, уны ниндәй яза көтә?
-Хәрби комиссариатҡа килергә теләмәгән өсөн призывникҡа 500-3000 һум штраф һалына.
-Хәҙер хеҙмәткә саҡырыласаҡ үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеге менән ниндәй проблемалары бар ?
- Медицина комиссияһы - мөһим саҡырыу сараларының береһе. Сәләмәтлек менән иң таралған сәбәптәр - терапия ауырыуҙары. Ҡан баҫымы ауырыуҙарының башланғыс стадияһы, хирургия характерындағы ауырыуҙар бик күп - быуындар сирҙәре, яҫы табанлылыҡ, умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүе , быларҙың барыһы ла ултырып йәшәү рәүешенә бәйләнгән – интернет, телефон. Ә ғөмүмән егеттәр сәләмәт.
-Украинала махсус хәрби операция дауам итеүенә бәйле призывниктарҙың ата- әсәләренең һорауҙары бик күп. Сроклы хеҙмәт үтеүселәрҙе Украинаға ебәрергә мөмкиндәрме?
-ДХР һәм ЛХР территорияларында махсус операция йәһәтенән яуап бер. Быйыл яҙ сроклы хәрби хеҙмәткә яңы алынған егеттәрҙе бер ниндәй ҙә ҡыҙыу нөктәләргә ебәрмәйҙәр.
-Андрей Степанович, Ҡораллы көстәр сафтарын райондан нисә кеше тулыландырасаҡ?
-Яҙын хәрби хеҙмәткә саҡырыу барышында Балаҡатай районынан 45 кеше Ҡораллы көстәргә, башҡа ғәскәрҙәргә, хәрби формированиеларға һәм органдарға ебәреләсәк.
- Ғәскәрҙәргә ебәрер алдынан призывниктарға һеҙ үҙегеҙ нимәләр теләр инегеҙ?
- Бөтә Рәсәй призывник көнө байрамы ҡағылған бар йәш кешеләрҙе өлкән, яуаплы, ысын ир – егеттәр тормошона аяҡ баҫыуҙары мнеән ҡотлайым. Хеҙмәтегеҙ уңышлы, еңел һәм лайыҡлы үтһен. Һеҙҙе призывник көнөнә саҡырабыҙ!