-Был сара йолаға әүерелгән, бындай тикшереүҙәрҙе беҙ һәр яҙ мартта уҙғарабыҙ, - тине М.Миниғәлин. – Ғәмәлдә бында миҙгелле хәүефкә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса район биләмәһендәге системаның бар көстәре һәм сараларының әҙерлеге тикшерелә. Беҙҙә алда торған миҙгел хәүефтәре – ташҡын һәм янғын хәүефе юғары булған йәйге осор. Ярашлы рәүештә,бында янғын техникаһы ла , ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыу саралары ла күрһәтелгән. Смотр һөҙөмтәләре буйынса , территория системаһы яҙ килеүенә әҙер, тип әйтергә мөмкин.
Бынан алда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның ултырышы уҙғайны, унда биләмәләрҙе “ҙур һыу” үтеүгә әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.
Яҙғы ташҡын ниндәй булыр - әлегә ниндәйҙер күҙаллауҙар эшләргә иртәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ваҡиғалар насар үҫешкәндә республиканың 42 районында 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 257 самаһы тораҡ пункттың һыу баҫыу зонаһында ҡалыуы ихтимал. Республикала 16 меңдән ашыу кеше һәм 4 мең самһы техника һәм йөҙөү сараһы составындағы төркөм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә әҙер.