Красный Пахарь ауылы ҙур түгел, оҫтаның йортон табыу еңел булды, сөнки бында һәләтле ауылдаштарын яҡшы беләләр. Фәнил Шәрәфетдин улы тал сыбығынан йорт интерьерында ҡулланыу тапҡан бик матур әйберҙәр үрә. Ошо кәсеп менән ике йыл элек, пенсияға сыҡҡас мауыға башлай. Кейем – һалым кәрзиндәре, тырыздар, емеш- еләк өсөн вазалар, икмәк һауыты, хатта сабыйҙарға бишек күҙҙең яуын ала. Быларҙың барыһы ла ҙур һөйөү менән эшләнгән. Уның коллекцияһы яңы эштәр менән даими тулыланып тора, ауылдаштары һәм килгән ҡунаҡтар ҙа һатып ала.
Нәмәлер үрә башларҙан элек байтаҡ әҙерлек эше атҡарырға кәрәк. “Ғөмүмән, мин – тәбиғәт балаһы. Йылға, урман – минең стихиям. Тәүге сиратта тал сыбығы әҙерләйем. Тал еүеш урындарҙы ярата, шуға күрә йылғалар һәм һаҙлыҡтар йәнәшендә үҫә. Сыбыҡты көҙҙән яҙға тиклем йыям. Был ағасҡа киҫеү ҡурҡыныс түгел - талды ни тиклем күберә киҫәһең, ул шул тиклем шәберәк үҫә. Һуңынан йәшел ботаҡтарҙың ҡайырыһын һыҙырырға кәрәк, ә быны эшләү бик еңелдән түгел, шуға күрә ике сәғәт ҙур һауытта бешерерәм. Үргәндә сыбыҡ һынмаһын өсөн, даими рәүештә һыу менән сылатып тороу талап ителә”, - тип аңлата беҙгә оҫта. Бынан тыш, ул балыҡ ҡаптырырға һәм урман буйлап саңғыла йөрөргә ярата.
Фәнил Шәрәфетдин улы бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Ҡатыны Эльвира Мөхәмәтхай ҡыҙы менән бергәләп бына тигән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, өс ҡыҙҙары ғаиләле, ә улдары өйләнмәгән әле. Олатай менән өләсәйҙең алты ейәне үҫеп килә. Тиҙҙән улар яҡшы ярҙамсы булыр, бәлки, олаталары уларҙы үҙенең шөғөлө менән мауыҡтыра алыр. Шул саҡта тал сыбығынан әйберҙәр үреүсе оҫталар династияһы дауам итер.
Л.Архипова