Сыуаш Республикаһы Хөкүмәте халыҡ кәсептәренә ярҙам итергә саҡырылған “Рәсәйҙең сигелгән картаһы “проектын башлап ебәрҙе. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған проекттың асылы - илебеҙҙең ҙур картаһын сигелгән рәсем рәүешендә булдырыу. Уның айырым өлөштәре һәр төбәктең үҙенсәлеген, характерлы биҙәктәрен һәм техниканы сағылдырасаҡ. Рәсәй Федерацияһының 60 субъектынан оҫталар эш башланы ла инде. Башҡортостан Республикаһында проектты республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова координациялай. Рәсем төшөрөүҙә Өфөнән Ольга Суткевич менән Зөлфиә Брайло, беҙҙең райондан Сәйҙә Әхтәмова ҡатнаша.
Ғинуарҙа ойоштороусылар лекалолар әҙерләп ҡатнашыусыларға оҙатты, һәр өлкәнән оҫталар улар буйынса дөйөм рәсемдең үҙ өлөшөн булдырасаҡ. Эштәр март аҙағына тиклем дауам итәсәк, ә әҙер полотно Рәсәй көнөндә Сыуаш Республикаһның баш ҡалаһы Чебоксарыла күрһәтеләсәк. Әҙер эш менән Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина таныштырасаҡ. Артабан сигелгән карта акция 12 декабрҙә Мәскәүҙә тамамланғанға тиклем бар федераль округтар буйлап сәйәхәт итәсәк.
-“Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы йылы - илебеҙҙең бар төбәктәренә берләшеү, үҙе тураһында белдереү һәм үҙенең милли йолаларын күрһәтеү өсөн бик шәп һәм үҙенсәлекле мөмкинлек ул. Сигелгән карта Рәсәйҙең ғәжәп күп яҡлылығын, уның күп милләтлелеген һәм ҡеүәтен сағылдырасаҡ”, - тине Надежда Бабкина.
БР Мәҙәниәт министрлығы сайты мәғлүмәттәре буйынса