Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2022, 12:26

“...Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ...”

Хәйерле көн, беззең хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!  Яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “...Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ...” тип аталған викторинабыҙ дауам итә.

“...Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ...”
“...Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ...”

Икенсе һорау ҙа артта ҡалды, уға  район үҙәгенән Надежда Ковина, Яңыбайҙан Анфиса Хужина менән Наилә Абдуллина, Майғаҙы ауылынан Нәфисә Мурова дөрөҫ яуап бирҙе : Рәми Ғариповтың ижады 60-сы йылдарҙа сәскә ата.  “Таш сәскә”, “ Һабантурғай йыры” исемле китаптары нәҡ  ошо йылдарҙа донъя күрә. Уларҙа шағир тыуған яғының матурлығын,  үҙенең ватандаштарын, ауырлыҡтарға бирешмәгән  ябай халыҡты данлай.

Ә хәҙер өсөнсө һорауҙы бирергә ваҡыт етте :  “Табыныу” поэмаһы ҡасан яҙылған һәм уның башҡа исеме ниндәй?

Яуаптар һорау гәзиттә баҫылып сыҡҡас, биш көн барышында 2-21-53 телефоны аша ҡабул ителә, Рәзилә Миндеәхмәт ҡыҙы Баҡыева.  Һорауҙарға дөрөҫ һәм оператив яуап биргән уҡыусы викторинала еңеүсе тип таныла.  Еңеүселәрҙе беҙҙең спонсорҙан бүләк көтә!

Викторинаның спонсоры – шәхси эшҡыуар Вилиә Мансур ҡыҙы Ҡәнипова. Яңы Балаҡатайҙа Совет урамындағы 129-сы йортта урынлашҡан “По карману” магазинында һеҙ осһоҙ хаҡҡа кейем – һалым, көнкүреш химияһы, һауыт –һаба, канцелярия тауарҙары һәм башҡа бик күп нәмәләр һатып ала алаһығыҙ.

 

 

Автор: Елена Усольцева
Читайте нас