Конкурста уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала, сөнки һәр беребеҙҙең атаһы бар, улар ярҙамында беҙ изге күңелле, көслө һәм иғтибарлы булырға өйрәнәбеҙ. Һеҙҙән атайығыҙ тураһында ҙур булмаған хикәйә һәм бергә төшкән фотоһүрәтегеҙҙе көтәбеҙ.
Конкурсҡа фотолар 16 февралгә тиклем ҡабул ителә. Фотоһүрәттәр менән хикәйәләрегеҙҙе беҙҙең электрон почтаға belokatai.gazeta@mail.ru йә иһә “Конкурс к 23 февраля” темаһын күоһәтеп, социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең биттәргә ебәрә алаһығыҙ, хикәйә һәм фотоһүрәт авторҙарының фамилияһын һәм исемен, шулай уҡ һүрәттәге геройҙарҙың исемен күрһәтегеҙ.
Һеҙҙең атайығыҙға үҙенең фотоһүрәтен гәзит биттәрендә күреүе нисек күңелле буласағын күҙ алдына килтерегеҙ. Килгән хикәйәләрҙең барыһы ла “Яңы Балаҡатай” гәзите биттәрендә баҫылып сығасаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон 2-15-67, Лира Геннадиевна Архипова