Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Февраля 2025, 06:50

Бар эштәр ҙә һәйбәт - теләгәнеңде һайла

“Рәсәй – минең офоҡтарым”  курсы барышында  Түбәнге Үтәш ауылының 6 һәм 7 кластары уҡыусылары “Яңы Балаҡатай” гәзите редакцияһында булып китте.  

Балалар мәҡәләләр әҙерләүҙән алып уҡыусыға барып еткәнсе  гәзиттең юлы нисек үтеүе хаҡында белде. Редактор, хәбәрсе, корректор, тәржемәсе, вёрстка инженеры кеүек һөнәрҙәр менән танышты.  Киләһе аҙнала ғына донъя күрәсәк гәзит һанының  электрон версияһын  ҡаранылар.

Бынан тыш, ошо көндө балалар район музейында һәм шәхси эшҡыуар Р.Ғәлләмовтың “Балаҡатай” минераль һыу цехында ла булды. Музейҙа улар Майғаҙы урта мәктәбе музейы экспонаттары менән танышты, махсус хәрби операцияла, Афған һуғышында ҡатнашыусыларға һәм эске эштәр  бүлеге ветерандарына арналған күргәҙмәләрҙе ҡараны. Цехта балалар  бында  минераль һыу ғына түгел,  ә “Тархун”, “Кола”, ”Лимонад”, ”Буратино” газлы һыуҙар етештереүҙәре тураһында белде, пластик шешәләрҙе лә  цехта етештерәләр икән. Цех буйлап экскурсияны  Фидель Ғәлләмов үткәрҙе. Ул Башҡортостан бренды булып иҫәпләнгән продукцияны етештереү процесын күрһәтте.

Гөлшат Әхмәткәримова, Түбәнге Үтәш дөйөм белем биреү мәктәбе мөдире

Автор:
Читайте нас