Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Февраль 2025, 06:50

Ватан һаҡсыларын милли аштар менән ҡыуандырҙылар

Райондың мәғариф учреждениелары “Минең милли ашым” флешмобында ҡатнашты.  

Был сара уҡыусыларҙы ғына түгел, ә уларҙың ата -әсәләрен,  уҡытыусыларҙы һәм ашхана хеҙмәткәрҙәрен дә берләштерҙе.  Үҙҙәренең яратҡан милли рецепттары буйынса аш-һыу әҙерләп,  улар бергәләп ысын кулинария  йолаларын булдырҙы.

Флешмобта ҡатнашыусылар   бик күптәрҙең иҫенә  йылы ғаилә кистәрен хәтерләткән туҡмас, шатлыҡ һәм байрам тойғоһо  уятҡан  тәмле бауырһаҡ, бәхетте кәүҙәләндергән сәк-сәк  кеүек аштарҙы энтузиазм менән әҙерләне.

Уларҙы  туҡлыҡлы аштар  менән ҡыуандырыу һәм батырлығы, ҡыйыулығы өсөн рәхмәт әйтеү маҡсатында   милли аштар хәҙер алғы һыҙыҡта булған Ватан һаҡсыларына оҙатыласаҡ.

Ошо изге эштә ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт! Һеҙҙең тырышлыҡ, һөйөү һәм хәстәрлегегеҙ  ҙур әһәмиәткә эйә. Бергә беҙ көс!

 

Лилиә Мулланурова, район Хакимиәте башлығы

Автор:
Читайте нас