Ул Мәсетле районының Тәкә ауылында нефтселәр ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе ҡаҙанлыҡ операторы, атаһы быраулаусы булып эшләй. Ул бәләкәй саҡта ғаилә Дыуан районының Мәтәле ауылына йәшәргә күсә. 1972 йылда Ләлә шунда беренсе класҡа уҡырға инә. Был ятҡылыҡта скважиналар быраулау туҡтатылғас, дүрт йылдан уның ата-әсәһе быраулау эштәре башҡарылған Яңы Балаҡатай ауылына күсергә була. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Златоуст ҡалаһында училищеға тегеүсе һөнәренә уҡырға инә.
Үҙенең хеҙмәт юлын 1986 йылда Балаҡатай теген цехында башлай. Бер үк ваҡытта Өфөлә уҡыу-производство комбинатында ”бесеүсе – универсал” һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан шәхси эшҡыуарҙа теген цехында эшләй.
Ваҡыт уҙа, тормош шарттары үҙгәрә, һәм 2009 йылда ул “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә килә. Эшләгән йылдарҙа бай тәжрибә туплай. Энергиялы һәм позитив Ләлә Ғәйнелғилем ҡыҙы төркөмдә таҙалыҡ булдыра, тәрбиәселәргә ярҙам итә, балалар баҡсаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәт коллективында, балалар һәм ата- әсәләр уны ихтирам итә, балалар ярата, хеҙмәттәштәре араһында абруйлы.
Әйтергә кәрәк, ихлас һәм ижади шәхес буш ваҡытында ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата.
“Тегенергә яратам. Балалар баҡсаһында иртәлектәрҙә сығыш яһау өсөн балаларѓа күлдәктәр, жилеттар, итәктәр һәм салбарҙар тектем. Китап уҡырға, сәйәхәт итергә, сәскәләр үҫтерергә яратам, матур георгин сәскәләрен 1 сентябрҙә, тыуған көндәрҙә, туй тантаналарына ихлас бүлешәм”, –тип һөйләй һәләтле ҡатын.
Ире менән, әйткәндәй, ул нефтсе, хәҙер инде хаҡлы ялда, ике ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер улар күпте белергә ынтылған ейәндәренең олатаһы һәм өләсәһе.
Үҙенең тырыш хеҙмәте өсөн Ләлә Тимашева район Хакимиәтенең һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы етәкселегенең Маҡтау грамоталары менән наградланған, хеҙмәт ветераны.
Лира Архипова