Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Января 2025, 05:50

Яҡташтарын ҙурлап ҡаршы алдылар

Район тарихи – тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары музейға бушлай килә алған “Музей аҙналығы” акцияһы барышында  яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Север” позывнойлы  Ренат Мәүзитов менән осрашыу уҙҙы.  

Ренат Ришат улы Айҙаҡай ауылында донъяға килә, әммә  Өфөлә үҫә һәм уҡый. Ул – күп балалы атай, Ватанға хеҙмәт итеү уның  намыҫ эшенә әүерелә. Тарихи тыуған иленә ул ҡунаҡҡа килгән, әммә был ваҡиға уның хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Уны ирекмәндәрҙең ҙур татыу ғаиләһе ҡаршы алды. Тәүҙә музей директоры Гөлфиә Хәлилова  экскурсия үткәрҙе, һуңынан “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре уға шиғыр уҡыны,  йырланы үҙҙәре яугирҙәр өсөн йыйған посылканы тапшырҙы,  шулай уҡ хәрби хеҙмәткәр Яңы Балаҡатайҙағы  1-се мәктәп уҡыусыһы Никита  Петров менән танышты. Алғы һыҙыҡта булғанда ул малайҙан  һүрәт алған икән. Яңы Балаҡатайҙағы 1-се урта мәктәп директоры урынбаҫары  Павел Прохоров ҡунаҡты сәләмләп рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Һуңынан ирекмәндәр  Ренат Рәшит улын һәм уның әсәһен сәй эсергә саҡырҙы. Унда үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Хәрби хеҙмәткәр  яҡташтарыбыҙҙың нисек хеҙмәт итеүе, хәрби көндәр тураһында һµйләне,  шулай уҡ ирекмәндәргә ерҙә тыныслыҡ хаҡына  арыу-талыуһыҙ хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.

Елена Усольцева

Автор:
Читайте нас