Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Ғинуар 2025, 09:50

Берлектәге тырышлыҡ менән тағы ла күберәк эшләргә

Үткән дүшәмбелә район Хакимиәтенең ултырыштар залында  Балаҡатай районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда ҡоролтай ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ”Ағинәйҙәр” клубының әүҙем ағзалары, “көмөш” ирекмәндәр, мәҙєниәт хеҙмәткәрҙәре, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.  

Район Хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова  сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул, башҡорт халҡының телен, ғөрөф – ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эшләнә, тип билдәләне. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, халыҡтың ярҙамы менән махсус хәрби операция зонаһына 33 гуманитар ылау оҙатылған.

Ултырышта шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты ағзаһы, Юлдаш телеканалының интерактив программалар редакцияһы етәксеһе  Наил Йоносов менән “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы  Филүс Ҡасимов ҡатнашты. Үҙенең сығышында Н.Йоносов  башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, стратегия ун пункттан тора. Республикала мөһим проекттар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла, атап әйткәндә,  йәштәр араһында спортты үҫтереүгә, спорттың этник төрҙәренә  ҙур иғтибар бирелә. Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе съезы үткән мәлдән алып  халыҡтың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте”, ”Башҡорт аты” фестивале кеүек һәм башҡа саралар үткәрелә, йыл һайын башҡорт теленән диктант яҙалар, республиканың билдәле шәхестәренә арналған 50-нән ашыу мемориаль комплекс асылған һәм башља бик күп эштәр башҡарылған. Тағы ла күберәк эшләйһе бар, бергә, берлектәге тырышлыҡ менән генә көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, тип билдәләне ул.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гүзәлиә Туйсина 2024 йылда башҡарылған эш тураһында һөйләне. Халыҡтың телен, ғөрөф -ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән  маҡсатлы программалар районда уңышлы индерелә. Фольклор байрамдары, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, мәктәптәрҙә спорт түңәрәктәре һәм секциялар эшләй, тәрбиә биреүҙә мәсеттәр  ҙә мөһим роль уйнай. Ҡоролтайҙың урындағы бүлексәләрендә  инициативалы, намыҫлы кешеләр эшләй, ағинәйҙәр һәм “көмөш” ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтә.

Ултырыш барышында унда ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезының йомғаҡлау  резолюцияһы менән танышты. Ул  яҡындағы йылдарға башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын билдәләй.

Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә  индергән тос өлөшө,  милли йолаларҙы пропагандалаған,  туған телгә һөйөү тәрбиәләгән өсөн ултырышта активистарҙың бер төркөмөнє Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары тапшырылды.  Шулай уҡ “Этностилдәге уйынсыҡ” конкурсында еңеүселәр приз  менән билдәләнде.

Сара башланыр алдынан фойела райондың ҡул эше оҫталарының эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, бында тамбурлап сигелгән матур- матур әйберҙәрҙе  күрергә була ине. Ағинәйҙәр сараға матур сағыу милли кейемдә килгәйне, был ултырышҡа айырым байрам төҫө биреп ебәрҙе. Өҫтәүенә  ултырыш һуңында яңы  ойошторолған ҡумыҙсылар ансамбле залда ултырыусыларҙы матур көйҙәре менән ҡыуандырҙы.

Алда  халыҡтың телен һәм мәҙәниәтен,  тарихын, ғөрөф – ғәҙәттәрен үҫтереү буйынса ҙур эш тора.  Был мөһим һәм бик кәрәкле эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерер, тип ышанаһы килә.

 

Үҙ хәбәрсебеҙ

Автор:
Читайте нас