Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Ғинуар 2025, 05:50

Беҙ мөһим эш башҡарабыҙ

Беҙҙең һаҡсыларыбыҙға ярҙам бик мөһим һәм кәрәк. Мәҫәлән, Билән ауылы ирекмәндәре  75-се маскировка селтәре үрҙе. 1000 дананан ашыу блиндаж шәме әҙерләп, махсус хәрби операция зонаһына оҙаттылар. Ете тапҡыр гуманитар ылау йыйып оҙатылды. Быларҙың барыһын да ауылыбыҙҙың битараф булмаған кешеләре эшләне.  

Иң әүҙем бағыусыларыбыҙҙы билдәләп үтәһе килә: Фәтиховтар, Ғәлиәкбәровтар, Хәйерзамановтар ғаиләләре, шулай уҡ  Рәйсә Камалова, Гөлзифа Павлова, Ғәбделхай Зарипов, Фәнүзә Исламова, Руслан Лотфуллин...  Исемлекте дауам итергә була, әммә бер кемде лә үпкәләтәһе килмәй. Халыҡ  әйберҙәр, постель кәрәк-яраҡтары, аяҡ кейеме алып килә. Флүзә Яковлева яугирҙәргә беләҙектәр бәйләй. Бағыусылар бүлгән аҡсаға яугирҙәргә  медикаменттар, еүеш салфеткалар, эс кейеме һатып алдыҡ. Билән ауылынан Нурғәли Низамов үҙенең генераторын бирҙе, беҙ уны МХО-ѓа оҙаттыҡ та инде.

Барыһына ла ҙур рәхмәт әйтәһе килә, беҙ киләһе быуындарҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҙур, кәрәкле эш башҡарабыҙ. Бергә беҙ – көс!

Сәғиҙә Ғабсаттарова,

 Билән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе

Автор:
Читайте нас