Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Антитеррор
5 Марта 2025, 06:55

Тыуған илгә хеҙмәт итербеҙ...

Айҙаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә  саф һәм йыр смотры уҙҙы,  унда уҡыусылар Рәсәй Армияһының ысын офицерына рапорт бирҙе.  

Сирияла хәрби хәрәкәттәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Сергей Викторович Путилов ваҡыт табып беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итте һәм уҡыусылар менән осрашты.

Сара матур һәм тамашалы булды:  уҡыусылар был көнгә оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнде, бында класс етәкселәре ярҙам итте. Компетентлы жюри сафта тәртипте,  нисек атлауҙарын, йырлауҙарын, командирға нисек рапорт биреүҙәрен һәм уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтен баһаланы. Залда уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә бар ине.

Сергей Путилов сара  менән һоҡланыуын белдерҙе, саф әҙерлеге, рапорттың дөрөҫ бирелеүен,  патриотик йырҙарҙы башҡарыуҙарын һәм уҡыусыларҙың ыѕпай тышҡы ҡиәфәтен билдәләне. Ул, бындай саралар йәш быуында Тыуған илгә һөйөү, дөрөҫ ҡиммәттәр формалаштыра, тип билдәләне. Шулай уҡ  балаларға үҙенең  һөнәре, уҡыуы һәм хеҙмәте тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Уларҙың яҡшы уҡыуын, ата-әсәһенә ярҙам итеүен, спорт менән шөғөлләнеүен, үҙ алдына маҡсат ҡуйып уға өлгәшеүҙәрен, яҡшы тоғро дуҫтар булыуҙарын теләне.  Балалар иһә һөнәре етди һәм хеҙмәте ауыр булыуына ҡарамаҫтан, хәрби хеҙмәткәрҙең бик изге күңелле һәм ябай булыуына ғәжәпләнде.

 

Валентина Цыпышева, Айҙаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе директорының кластан тыш эш буйынса урынбаҫары

Автор:
Читайте нас