Яны Белокатай
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль , 15:13

Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?

Йәйге пикникҡа һәм дачаға саҡырылмаған ҡунаҡтар – бал ҡорттары һәм һағыҙаҡтар килеүе ихтимал. Улар һеҙҙе йәки яҡындарығыҙҙы саҡһа, нимә эшләргә?

Әгәр бал ҡорто саҡһа, иң тәүҙә һаҡ ҡына уның ҡаяуын алып ташлағыҙ, ә һағыҙаҡ ҡаяуын ҡалдырмай. Уны пинцет йәки тырнаҡ менән сығарырға кәрәк. Ҡаяуҙы ҡыҫмағыҙ - был ағыуҙың таралыуына килтереүе ихтимал.

Яраны һабын менән йыуығыҙ йәки антисептик менән эшкәртегеҙ.

Ауыртыуҙы еңеләйтеү һәм шеште ҡайтарыу өсөн саҡҡан урынға һалҡын әйбер һалығыҙ.

Мөмкин булһа, тешләгән урынды гидрокортизон майы менән ыуығыҙ, ул шеште кәметә һәм ҡысыуҙы баҫа.

Антигистамин препараты ҡабул итегеҙ һәм күп һыу эсегеҙ.

Яраны тырнамағыҙ. Ике-өс сәғәттән һуң ҡысыу кәмейәсәк.

Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡҡас, аллергия булған кешеләрҙә тын алыуы ауырлашырға, тамаҡ шешергә, улар хатта аңын юғалтырға мөмкин. Әгәр ошондай билдәләр барлыҡҡа килһә, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: