Яны Белокатай
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 14:48

Башҡортостандан контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 1 миллион һумға тиклем етәсәк

Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән Башҡортостан кешеләре бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Оборона министрлығы менән Башҡортостан муниципалитеттарының дөйөм түләүҙәре 1 миллион һумға тиклем етәсәк. Указ быйыл 10 июлдән ғәмәлгә инә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге күрһәтелгән каналдар буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала:
- илдең хәрби ведомствоһының берҙәм белешмә телефоны аша - 117;
- Ситуация үҙәге телефоны аша - 122 йәки + 7 (347) 218-19-19;
- Күп функциялы «Минең документтарым» үҙәге офистарында.

Һайлап алыу пункты номеры: + 7 (347) 248-29-31.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте чат-ботта табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx.

#АңлатабыҙБашҡортостан

Читайте нас: