Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
СПОРТ
4 Февраль 2021, 12:00

Беҙҙең спортсыларыбыҙ- беҙҙең ғорурлығыбыҙ!

Райондың ир-егеттәрҙең ҡаҡма туп буйынса йыйылма командаһы Башҡортстан Республикаһының супер кубогына турнирҙа ҡатнашты.

Төбәктең ҡаҡма туп буйынса иң көслө алты ир-егеттәр командаһы күсмә супер кубок өсөн көс һынашырға республика турнирында ҡатнашты , ул Шишмә ҡасабаһында үтте. Ярыштарҙа Балаҡатай, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Шишмә райондары һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының йыйылма командалары ҡатнашты.
Беҙҙең район командаһы составына Артем Ширяев, Родион Валиев, Егор Гусев, Айҙар Ибраһимов, Владимир Цыпышев, Илья Никулин, Илвир Хужин, Егор Мезенцев, Рият Заһитов инде. Команданың тренеры – Владимир Цыпышев.
Беҙҙең район командаһы ағзаларының һүҙҙәренә ҡарағанда , Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы һәм турнир хужалары менән уйын көсөргәнешле була, сөнки уйындың тәүге яртыһында беҙҙекеләр еңелә, әммә икенсе таймдарҙа алға сыға ала.
Турнир финалы иң ҡатмарлыһы була. Унда составына өс спорт мастеры ингән Ҡырмыҫҡалы ауылы командаһы беҙҙең егеттәргә ҡаршы тора. Тәүге осор аҙағында Балаҡатай командаһы алға китә башлай. Уйын уртаһында беҙҙең егеттәргә ярышташтарының бик көслө һөжүменә ҡаршы торорға тура килә. Һуңынан инициатива Ҡырмыҫҡалы командаһына күсә, һәм беҙҙең егеттәргә оборона тотоу өсөн ваҡыт күберәк талап ителә. Ҡырмыҫҡалы командаһы күп тапҡырҙар һөжүм итә, әммә мәрәйҙәр һаны буйынса беҙҙең спортсылар байтаҡ алда булып сыға.
Көсөргәнешле көрәштә Балаҡатай спортсылары алға сыға, һәм Башҡортостан Республикаһының супер кубогына республика турнирында беренсе урын ала.
Икенсе йыл инде беҙҙең егеттәр супер кубокҡа эйә булды, һәм ул районда ҡалһын өсөн командаға тағы ла бер еңеүгә өлгәшергә кәрәк.
Ярыштарҙа енгән Балаҡатай район командаһының спорт мастерлығына Берҙәм бөтә Рәсәй спорт квалификацияһы талаптарын үтәүен билдәләргә кәрәк.
“Йылдың тәүге яртыһына беҙҙең пландарыбыҙ ҙур. Беҙ республика ярыштарында еңергә һәм Смоленск ҡалаһына үҫмерҙәр араһында Бөтә Рәсәй ярыштарына барырға теләйбеҙ. Артабан беҙҙең команда ағзалары республиканың йыйылма командаһы составына эләгә алһын өсөн, республика беренселегендә еңеү ҙә беҙҙең маҡсатыбыҙ”,- тип уртаҡлашты 2021 йыл башына пландары менән райондың ир-егеттәр командаһы тренеры Владимир Цыпышев.
Владимир Леонидовичтың фекеренсә, команда бындай етди ярыштарға әҙер, сөнки көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт егеттәрҙең көрәшергә һәм еңергә теләген тулыһынса ҡаплай.
Спорт – физик күрһәткестәре буйынса түгел, ә ихтыяр көсө һәм уға һөйөү буйынса иң көслөләр һайлаған йәшәү рәүеше , сөнки ул үҙеңдә ышаныс ҡына түгел , ә характер ҙа тәрбиәләү.
Беҙҙең гәзит район командаһын беренсе урын менән ҡотлай һәм артабан уңыштар һәм еңеүҙәр теләй..
Полина Никулина
Читайте нас