Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
СПОРТ
5 Март 2017, 21:00

«Өфө» футбол клубы Сергей Семак етәкселегендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы

«Өфө» футбол клубы үҙенең яңы тренеры Сергей Семак етәкселегендә Рәсәй футбол

«Өфө» футбол клубы үҙенең яңы тренеры Сергей Семак етәкселегендә Рәсәй футбол Премьер-лигаһы чемпионатының тәүге яҙғы матчында еңеү яуланы.
Бер нисә көн элек уҙған кубок уйынындағы кеүек Грозный ҡалаһындағы осрашыу өфөләр файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды. Силвестр Игбундың (Слай) 80-се минуттағы голы «Терек»ты оторға ярҙам итте. Осрашыу барышында «Өфө»нөң яңы уйынсыһы, ҡапҡасы Александр Беленов пенальтиҙы кире ҡаға алды.
«Өфө» 28 мәрәй йыйҙы һәм «Терек»ты ҡыуып етте – был пар тағы ла бер көньяҡ команда – Европа кубогында ҡатнашыусы «Ростов» менән 5-7 урындарҙы бүлешә.
«Өфө» киләһе уйынды 11 мартта үҙенең майҙанында Һамарҙың «Совет ҡанаттары»на ҡаршы үткәрә.
Читайте нас