Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
События и факты
22 Марта 2021, 06:43

Мал ауырыуҙарының район биләмәһенә үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа

Район Хакимиәтендә РФ биләмәһендә сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡош киҙеүе буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.

Ултырыш район Хакимиәте башлығы М.Миниғәлин рәйеслегендә үтте. Ултырышҡа ауыл советтары башлыҡтары ла саҡырылды.
Ашығыс ултырыш үткәреүҙең сәбәбе - ил биләмәһендә сусҡаларҙың африка тағуны буйынса эпизоотик хәлдең насарайыуы һәм район биләмәһенә йоғошло ауырыу инеү хәүефе. Балаҡатай ветеринария станцияһы начальнигы А.Двойнишников сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡош киҙеүе буйынса көсөргәнешле хәл , ауырыуҙарға ҡаршы көрәш саралары тураһында һөйләне.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса именлек булмаған төбәктәрҙән килтерелгән продукцияға күҙәтеү алып барырға , ҡош – ҡорт аҫрау менән шөғөлләнгән хужалыҡ итеүсе субъекттар һәм граждандар тарафынан ветеринария талаптарын һаҡлауға контролде көсәйтергә ҡарар ителде. Шулай уҡ кисекмәҫтән шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарында ҡош – ҡорт һанына объектип иҫәп ойошторорға. Халыҡ араһында аңлатыу эше үткәреләсәк.
Я.Токарева , район Хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе
Фото сеть интернет (открытые источники)
Читайте нас