Бер йыл ҡарышлауыҡлы ДТ-75 тракторында эшләгәс , Н.Ғиззәтуллин армияла хеҙмәт итергә китә. Хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтҡас , ул күп уйлап тормай һәм тағы ла туған колхозына эшкә урынлашып , шул уҡ ДТ- 75 тракторында эшләй башлай.
2003 йылда колхоз бөлгөнлөккә төшкәс , мезанизатор ул ваҡытта яңынан ойошторолған “Ватан” крәҫтиән- фермер хужалығына , ә 2009 йылда - Ә.Х.Ситдиҡов крәҫтиән –фермер хужалығына эшкә инә.
Ҡырҡ йылдан ашыу тракторҙа эшләгән осорҙа Нуриман Нурғәли улына төрлө эштәр башҡарырға тура килә : дым ҡаплай, ер һөрә, сәсә, һутлы аҙыҡ әҙерләй, бесән һәм утын ташый һәм башҡалар ... Ошо ваҡыт эсендә ул биш трактор алмаштыра. Һәм һәр саҡ ыңғай һөҙөмтәләргә генә өлгәшә.
Ул хәҙер ҙә ДТ-75 тракторында эшләй. Дүрт тиҫтә йылда ошо маркалағы трактор уның туғанына әүерелгән тиергә мөмкин. Бынан тыш , кадрҙар етешмәү сәбәпле Нуриман Нурғәли улы ҡыҙыу ураҡ осоронда “Нива” иген йыйыу комбайны штурвалы артына ла ултырҙы.
Ҡырҡ йыл механизатор булып эшләү , әйтергә кәрәк , һәр кемдең ҡулынан килмәй. Ә бына Нуриман Ғиззәтуллин эшләй һәм үкенмәй. Агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм Балаҡатай район Хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Крәҫтиән – фермер хужалығы башлығы Әмир Ситдиҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда ,Н.Ғиззәтуллин йәш хеҙмәткәрҙәргә үрнәк булып тора , хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Иҫке булыуына ҡарамаҫтан , уның техникаһы һәр саҡ төҙөк.
Юбиляр үҙе, совет ваҡытында эшләү ҡыуаныс ҡына ине, тип билдәләй , сөнки техника яңы , яғыулыҡ һәм запас частар булды, ҙур майҙандарҙа иген сәселде , мал һаны ла байтаҡ ине. Хәҙер , үкенескә ҡаршы , быларҙың береһе лә юҡ.
Нуриман Нурғәли улы ҡатыны Вәлимә Ғилман ҡыҙы менән 40йыл бергә ғүмер итәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр , ике ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре бар. Уларҙың ярҙамсы хужалығы ҙур: һыйыр, ҡышлаған быҙауҙар , ҡош –ҡорт , баҡса. Бер һүҙ менән әйткәндә , күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ.
Ошо көндәрҙә Нуриман Нурғәли улы Ғиззәтуллин матур юбилейын – 60 йәшен билдәләне. Беҙ юбилярға сәләмәтлек, бөтмәҫ энергия, именлек һәм ауыр хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.