145 йыл: был күпме әллә аҙмы? Күп! Сөнки беҙҙең мәктәп стеналарында бер нисә мең кеше белем, спорт сынығыуы, һәйбәт ярҙам һәм уҡытыусыларҙың хәстәрлекле иғтибарын алған. Һәр быуын өсөн ул үҙенеке, үҙенсәлекле, әммә туған һәм яряатҡан мәктәбе булған, сөнки мәктәптең йолалары изге һаҡлана һәм быуындан-быуынға тапшырыла. Әммә шул уҡ ваҡытта аҙ! Сөнки беҙҙең мәғариф учреждениеһының педагогик коллективы юғары эшкә һәләтлелеге, яңы бейеклектәргә ынтылышы менән айырылып тора. Коллективтың белеме, педагогик оҫталығы ярҙамында мәктәп ижади үҫештә. Ул элеккесә йәш, һәләттәргә, уйлап табыу инициативаһына, ижадҡа, яңылыҡтарға бай.
Мәктәп өсөн иҫтәлекле дата тураһында һөйләп, беҙ педагогик хеҙмәт ветерандарын иҫкә төшөрмәй ҡала алмайбыҙ. Иң яҡшыһын һәм яҡтыһын мәктәпкә биргән кешеләр тураһында. Оҙаҡ йылдар барлыҡ байрамдарҙы һәм эш көндәрен беҙҙең менән бүлешкән кешеләрҙе. Улар беҙҙең педагогик хеҙмәт ветерандары С.И. Исаев, А.Н. Михайлова, Т.Н. Волегова, Н.В. Лазукина, Р.Т. Хафизова, Н.Я. Желтышева, А.Я. Ваганова, В.Н. Копытова, Л.Е. Корнилова, Р. Е. Байдосова, Н.Ф. Бәхтигәрәева, З.В. Малышева, Л.Ф.Родникова, Т.И.Седова, Р.Б. Солтаншина. Л.Ф. Йосопова, З.Ә. Харисова, В.В. Ковина, В.И. Балтачева, А.А. Десяткин, Ф.К. Мөхәмәтова, Т.А. Шаһибәкова, Е.А. Ҡунафина. Э.А. Балтачев, Н.С. Власова, Р.А. Исаева, А.М. Катькало, И.И.Чирков, В.А. Епанишникова, Л.А. Усольцева, С.А. Субботин, В.Г. Останина, Л.В.Десяткина, Н. И. Пьячева. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең арала юҡ инде, әммә улар уҡыусыларының йөрәгендә йәшәй.
Беҙҙең мәктәп һәйбәт уҡытыусылар туплаған йолаларҙы. Баһалап бөткөһөҙ тәжрибәне һаҡлай. Хәҙерге70 уҡытыусынан 37-һе беҙҙең мәктәпте тамамлауы, 46-һының юғары квалификация категорияһы булыуы һоҡланғыс. Педагогтарға бирелгән наградалар һәм исемдәр: Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары – 23 уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре - 5 педагог, Халыҡ мәғарифы отличнигы – 13 уҡытыусы, “Мәғариф” милли проектында еңеүселәр – 6: В.И.Балтачева, Р.Б.Солтаншина, Л.Ф.Йосопова, Ә.Х.Закирова, А.А.Десяткин, М.И.Пономарев.
Һәр кешеең яҙмышында уны белем донъяһына алып бармаған, шулай уҡ йәшәргә өйрәткән, һәр яҡлап үҫешкән кешеның башланғысы булып торған үҙ мәктәбе бар. Мәктәп тамамлаусыларҙың мәктәпкә шатланып килеүен билдәләүе ҡыуаныслы. Улар , тап бында беҙгә юлыбыҙҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итәләр, бында аңлаған, түҙемле уҡытыусылар эшләй, тип әйтәләр.
2008 йыл - мәктәп үҫешендә яңы этап. Мәктәп реконструкцияланды. Һәйбәт педагог һәм һәләтле етәксе Эдуард Альбертовчи Балтачев етәкселегендә мәғариф учреждениеһы барлыҡ нормаларға һәм талаптарға тулыһынса яуап бирә. Мәктәп тыштан ғына түгел, яңыртылған матди-техник база ярҙамында йөкмәткеһе менән дә үҙгәрҙе.
2020 йыл – “Уңышлы балалар мәктәбе” Федераль үҫеш программаһы буйынса мәғлүмәт-методик үҙәк булараҡ китапхана үҫтерелде: китаптар фонды тулыланды, 2019 йылда “Цифрлы белем биреү мөхите” программаһы буйынса алынған заманса цифрлы ҡорамал ҡуйылды. “Глобус” мәктәп телевидениеһы булдырылды һәм үҫә. Психолог кабинеты асылды һәм эшләй. “Взлетай” республика мәғариф проекты барышында “Руль артына ултыр” модулен тормошҡа ашырыу маҡсатында “Мәктәп-колледж” селтәр үҙ-ара хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла.
Мәктәп коллективының эшмәкәрлеге 145 йыллыҡ хеҙмәт юлында өлгәшелгән иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән. Артабанғы тарих биттәренең уңышлы булырына ышанабыҙ.
Т.Хәбирова, мәктәп директоры
Подготовила Полина Никулина